Гөлйемеш Дәүләт-шинаның Яңы Мөсәт ауылында социаль хеҙмәткәр булып эш башлауына ней бары бер йыл ғына әле.
Әммә ул ошо әҙ генә ваҡыт эсендә үҙенең бик егәрле икәнлеген күрһәтте. Ул - Яңы Усман ауылы ҡыҙы. Мәктәпте тамамлағас, һауынсы булып эшләп тә, тегенсегә уҡып та өлгөргән.
2004 йылда беҙҙең ауылға килен булып төшөп, Миңлеғәле Дәүләтшин менән гөрләтеп донъя көтөп алып киттеләр. Биш балаға ғүмер биргән әсә 2018 йылда әсәлек даны миҙалына ла лайыҡ булды.
Гөлйемеш донъя көтөүгә бик уңған булып сыҡты. Йәш булһа ла, ағинәйҙәр менән йөрөп, бәйләргә өйрәнеп алды.
Өйҙәренә төкәтмә лә төкәттеләр. Миңлеғәленең дә эше тынғыһыҙ. Иртәнән ҡара кискә тиклем юл ремонтлау эшендә ул.
Өй эштәре, мал ҡарау, балалар тәрбиәләү күберәк Гөлйемеш иңенә төшә. Ирен эшкә, балаларын мәктәпкә, балалар баҡсаһына оҙатҡас, йүгерә-атлай ололарына ашыға ул.
Олоғайғас, кеше бала холҡона керә бит. Әммә тыныс холоҡло, егәрле Гөлйемеш тауыш-тынһыҙ ғына ней ҡушһалар, шуны еренә еткереп үтәп тә ҡуя.
Тәүге балалары Инсаф Өфөлә диңгеҙ училищеһында уҡый, Вилнур, Гөлдәриә, Гөлзәмиә – мәктәп уҡыусылары, ә кескәй Вилдан балалар баҡсаһына йөрөй. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап тыныс холоҡлолар.
Мал тоталар, еңел машиналары ла, йөк машиналары ла бар.
Гөлйемеш килендән уңдыҡ беҙ, ололар, аллаға шөкөр. Уны яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ теләп, һәр саҡ көтөп ҡалабыҙ.