1 мартта Өфөлә “Башҡортостан таланттары” Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр конкурсы үтте.
Ике көн барған бәйгелә меңдән ашыу бала үҙҙәренең оҫталығын, талантын күрһәткән. Шулар араһында Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы – 6 йәшлек Манапова Гөлназ Алмаз ҡыҙы ҡатнашып, “Нәфис һүҙ” номинацияһында беренсе урын яулаған!
Гөлназ Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары” тигән шиғырын оҫта һөйләүе менән барыһын да әсир иткән. Һөҙөмтәлә, 3-17 йәшлектәр категорияһында тәүге урынға сыҡҡан.
Әйткәндәй, был Гөлназдың тәүге генә еңеүе түгел. Ҡыҙ 3-4 йәшлек сағынан уҡ сәхнәлә. Быйыл, мәҫәлән, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында район буйынса 1-се урын алған. 2018 йылда “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләү буйынса балалар баҡсалары тәнәйҙәре араһында үткән ярышта Гран-при яулаған. Бынан тыш, “Әкиәт тоғо” район бәйгеһендә 1-се урынға сыҡҡан, “Өмөтлө киләсәк” район конкурсының “Театраль ижад” номинацияһында 2-се урын эйәһе булған. Ҡумыҙсылар бәйгеләрендә лә ҡатнашҡан. Әсәһе менән бергә төрлө интернет-бәйгеләрҙә лә көсөн һынап ҡарай йәш һүҙ оҫтаһы. Ҡул эштәре конкурстарында ла урындар яулаған.
Бына шундай һәр яҡтан тырыш, әүҙем ҡыҙ үҫеп килә Венера һәм Алмаз Манаповтарҙың ғаиләһендә. Ғаиләлә улар икәү – Ғәзинур тигән ағаһы ла бар.
Тырыш ҡыҙға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын. Ижади үрҙәр һиңә, Гөлназ!