Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2020, 16:00

ҠЫҘЫМ, БИРЕШМӘ!

Ҡыҙым Гөлиә «Бирешмә! Медиадонъяны яула!» номинацияһында еңеүсе тип табылып, аҡсалата премияға лайыҡ булды.

Ҡыҙым Гөлиә «Бирешмә! Медиадонъяны яула!» номинацияһында еңеүсе тип табылып, аҡсалата премияға лайыҡ булды.
2 март көнө Өфө ҡалаһының «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән «БИРЕШМӘ!» беренсе үҫмерҙәр премияһын тапшырыу тантанаһында булыу бәхете эләкте.
Ҡыҙым Гөлиә «Бирешмә! Медиадонъяны яула!» номинацияһында еңеүсе тип табылып, аҡсалата премияға лайыҡ булды.
Премия тапшырыу тантанаһынан һуң алған тәьҫораттар әйтеп бөткөһөҙ! Беренсенән, ҡыҙым күптән хыялланған «Бирешмә» төркөмө менән яҡындан танышты, аралашты, үҙенә яңы дуҫтар тапты. Был премияны алғас та, туҡтап ҡалмай, яңынан- яңы үрҙәргә ынтылыр тип ышанам. Конкурстарҙа ҡатнаштырып, район, республика күләменә сығарыусы информатика уҡытыусыһы Нурзилә Батыроваға (Шәрипова), Әбделмәмбәт мәктәбенә уҡырға барғас, үҙ ҡанаты аҫтына алыусы класс етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Үтәбаеваға рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.
Гөлиә район күләмендә үткән «КРИТ» конкурстарында йыл һайын ҡатнашып, еңеүсе булды. Тағы ла «Балалар әҙәби картаһы» конкурсында районда Гран-при, 2-се урын яулап, республика күләмендә еңеүсе тип табылды. «Ҡыпсаҡ-ТВ» мәктәп телевидениеһының хәбәрсеһе булды. Башҡорт теле көнө уңайынан үткәрелгән «Социаль видеоролик»тар конкурсында иптәштәре менән беренсе урын яуланылар. Шулай уҡ ауыл китапханаһы күләмендә үткән конкурстарҙа ла бик әүҙем ҡатнашып килә. Буктрейлерҙар буйынса үткәрелгән «Живые страницы Башҡортостана « республика конкурсында призер, район күләмендә үткән «Читающие родители - читающие дети» буктрейлерҙар конкурсында 2-се урын яуланы, район, республика күләмендә үткән фотоконкурстарҙа ла гел призлы урындар яулап килә.
Ҡыҙыма артабан да ижади уңыштар, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйем.
Бирешмә!!!
Читайте нас: