Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2020, 12:43

ТУҠҺАН ЙӘШМЕ НИ УЛ?!

Әтек ауылы ағинәйе, туҡһан тигән ғүмер түбәһенән дә бик итәғәтле, аҡыллы, башҡортҡа хас юмор менән баҡҡан Хәлитова Мәҙинә Ғиләж ҡыҙын күргәс, туҡһан да булдымы йәш, тип ҡуяһың, сараһыҙҙан.

Әтек ауылы ағинәйе, туҡһан тигән ғүмер түбәһенән дә бик итәғәтле, аҡыллы, башҡортҡа хас юмор менән баҡҡан Хәлитова Мәҙинә Ғиләж ҡыҙын күргәс, туҡһан да булдымы йәш, тип ҡуяһың, сараһыҙҙан.
Терегөмөштәй теремек, ҡураныс ҡына кәүҙәһен тура тотоп, ултырған ерендә сыҙамай, тора һалып китергә әҙер, кеткелдәтә көлөп хәбәр ҡушыр, йөҙөнән йылмайыуы китмәҫ был инәй тәү күреүҙән үҙе хаҡында матур, йылы тойғо ҡалдыра – ысын башҡорт әбейҙәре шулай була!
- 1929 йылдың 15 октябрендә тыуғанмын мин. Шөкөр, 70 йәшемәсә мал тоттом, донъямды үҙем көттөм. Бабай 1987 йылда үлеп китте. Янсаф Хәлитов ине. Дүрт ҡыҙға ғүмер һәм тәрбиә бирҙек. Әле булһа Аллама рәхмәт әйтеп ултырам миңә ошо дүрт ҡыҙымды биргәнгә – ҡарайҙар, ашаталар-эсерәләр, мунса төшөрәләр, килеп хәлде белеп кенә торалар. Рәйсә, Рәйлә, Фәниә, Рәсимә исемле ҡыҙҙарым. Рәйләм менән Рәйсәм мине алмашлап ҡарайҙар.
Иртәләремде “Юлдаш” радиоһы менән башлап китәм, көнө буйы тыңлаһам дә ялҡмайым. Матур көй ҡуйһалар, әрәм булмаһын, тип бейеп китәм.
Э-эй, күрмәгәнде күрелде инде. Эшләмәгән эше ҡалманы. Колхозында ла, совхозында ла бил бөктөк. Ат менән көлтәһен дә ташыныҡ, игенен дә һуҡтыҡ. Э-йй, йәш саҡтар, дәртле саҡтар бар ине...
Мәҙинә инәй күҙҙән ҡалған. Ҡыҙҙары әйтеүенсә, дауаханаға барып операция яһатмай, ошо хәлгә тарыған. Үҙ туҡһаны туҡһан – алдына алғанын ҡуймай, бөтә нәмә уныңса була, тиҙәр, мәрәкәләп.
Тома һуҡырмын, тип тормай, үҙ өйөндә үҙ донъяһын үҙе көтә инәй – өй эсендә иркенләп йөрөй, баҡырсанан сәй яһап эсә, соландағы, ихаталағы бәйҙәргә тотоноп (ул шуларға йәбешеп юҫыҡланһын өсөн эшләгәндәр) тышҡа сығып инә, йомошона үҙе йөрөй. Йәйгелек урамға сығып эскәмйәлә ултыра, күрше-тирәгә, әхирәттәренә бара икән.
Бөгөн дә инәйҙән кеше өҙөлмәй – киләләр, хәлен беләләр.
Мәҙинә инәйҙең йәшәйешенә, холҡона ҡарап, уның хаҡта, яҡтылыҡ күреүҙән мәхрүм, тип әйтеп булмай һис кенә.
Күңел күҙе үтә күргән, йөҙө яҡты, теле һандуғастыҡы кеүек һайрап торған, үҙ дәрәжәһен белеп кенә һөйләшкән, барыһына рәхмәт әйтеп, Раббыһына шөкөрана ҡылып ултырған оло йөрәкле ысын ағинәй ул.
“Гәзиттә сыҡһам, ыштубы миңә уҡырһығыҙ!” - тип бойороп ҡалды ул ҡыҙҙарына. Ә беҙҙе: “Минең йөҙ йәшемдә лә килерһегеҙ, хәлде белешкәнегеҙ өсөн рәхмәт инде!” - тип алғышлап оҙатты.
Йөҙ йәшәгер ихлас инәйҙән күңел күтәрелеп, рухыбыҙ үҫеп, ыңғай энергетика алып сыҡтыҡ.
Читайте нас: