4 мартта Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығында 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарға “Әсәлек даны” миҙалдары тапшырылды.
Беҙҙең райондан милләт киләсәген тәьмин итеүсе әсәйҙәрҙе ҙурлау тантанаһына был юлы Шәрипова Лилиә Рәмил ҡыҙы менән Әминева Алеся Рамаҙан ҡыҙы барҙы.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан үткәрелгән был сарала респулика Башлығы Радий Фәрит улы әсәйҙәрҙә ҡотлау һүҙҙәре еткереп, уларға ҙур хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ғаиләләргә дәүләт ярҙамдары тураһында телгә алды.