Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2020, 14:00

БӨРЙӘНДЕҢ ТӨП АҒИНӘЙЕ ЛӘ БАҺАЛАНДЫ

Ошо көндәрҙә Өфөлә үткән 4-се “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсында ҡатнашҡан 4 яҡташыбыҙ хаҡында хәбәр иткәйнек.

Ошо көндәрҙә Өфөлә үткән 4-се “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсында ҡатнашҡан 4 яҡташыбыҙ хаҡында хәбәр иткәйнек.
Башҡортостан википедистары тарафынан ошо ҙур конкурсҡа район “Ағинәйҙәр ҡоро” , “Кәрәҙ” халыҡ ҡорамасылар ойошмаһы етәксеһе, районыбыҙҙың һәр ауылы һайын йөрөп ҡатын-ҡыҙҙарға заманса алымдар менән ҡорама ҡорарға өйрәтеп, район оҫта ҡулдарының ҡорама эштәрен, сергетыштарын республика кимәленә район бренды булараҡ сығарыуға өлгәшкән әүҙем йәмәғәтсе, район, республика викиойошмаһының танылған ағзаһы Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина ла тәҡдим ителеп, күп һанлы конкурсанттар араһында финалға сығып, “Әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм башҡорт халҡының рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалауға тос өлөш индергәне өсөн” номинацияһында баһаланып, Маҡтау ҡағыҙы алып ҡайтыуы ҙур һөйөнөс.
“Финалға сығыуым байрам алдынан үҙемә сюрприз булды. Эшләгән эштәремде республика кимәлендә яҡлап, мәртәбәле конкурста күрһәтә алған тоғро дуҫтар Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова, Гөлфинә Юламановаға рәхмәтлемен”, - ти Рәшиҙә апай.
Күҙәүле мунсаҡ ерҙә ятып серемәҫ, ти халыҡ. Районыбыҙҙың ғына түгел, республикабыҙҙың арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе булған бөрйән ағинәйен сираттағы уңышы менән ҡотлап, артабан да фәҡәт юғары үрҙәр, яңы бейеклектәр, милләтебеҙ мәнфәғәтенә файҙалы эштәр насип булыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: