Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Февраль 2020, 11:00

СИБАЙ ИНСТИТУТЫ – УРАЛ АРЪЯҒЫНЫҢ ТӨП УҠЫУ ЙОРТО

БДУ-ның Сибай институты уҡытыусылары: тәбиғи һәм математика факультеты деканы, биология фәндәре докторы Һөйөндөков Илгиз Варис улы һәм күп кенә уҡыу әсбаптары авторы, профессор, биология фәндәре докторы Йәнтүрин Сәфәрғәле Искәндәр улы Бөрйәндә булып китте. Улар менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

БДУ-ның Сибай институты уҡытыусылары: тәбиғи һәм математика факультеты деканы, биология фәндәре докторы Һөйөндөков Илгиз Варис улы һәм күп кенә уҡыу әсбаптары авторы, профессор, биология фәндәре докторы Йәнтүрин Сәфәрғәле Искәндәр улы Бөрйәндә булып китте. Улар менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
- Бөрйән районына килеүегеҙҙен маҡсаты ниҙән ғибарәт?
- Бөрйән районы Сибай ҡалаһына иң яҡын райондарҙың береһе булғанғалыр инде, күп кенә йәштәр Сибай институтын һайлай. Үткән йылда ла беренсе курсҡа байтаҡ көслө студенттар уҡырға килде. Киләһе йылға уҡыусыларға ниндәй специальностар буйынса имтихан һайларға, ниндәй берҙәм имтихандары бирергә кәрәк икәнлеген аңлатыу маҡсаттары менән килеп сыҡтыҡ та инде. Иҫке Собханғол һәм Байназар мәктәптәре уҡыусылары менән осрашыуҙар булды.
- Сибай институтында бюджет урындары бармы һәм ниндәй факультеттарға бюджет урындары күберәк?
- Сибай институты аяғында ныҡ, ышаныслы баҫып торған уҡыу йорто булып тора. Йылдан-йыл бюджет урындары күбәйә. Мәҫәлән, 2019 йылда 163 булһа, 2020 йылда 192 бюджет урыны буласаҡ. Күп кенә бюджет урындары тәбиғи-математика факультетына бирелгән. Киләһе йылға физкультура уҡытыусылары өсөн ситтән тороп уҡыуға бюджет урыны ҡаралған.
Сибайҙа уҡыу мәртәбәле һынала, сығарылыш уҡыусыларыбыҙ яҡшы әҙерлекле кадрҙар булып төрлө учреждениеларҙа һәм ойошмаларҙа уңышлы эшләп йөрөйҙәр.
Биология, математика, ғәмәли математика (информатика), экология йүнәлешендә белгестәр әҙерләйбеҙ. 2019 йылда тәүгә математика һәм физика уҡытыусылары төркөмөнә студенттар йыйҙыҡ.
Мәктәптәрҙә күп кенә фән уҡытыусылары етешмәй. Бигерәк тә математика һәм физика буйынса уҡытыусыларға ҡытлыҡ бар. Башҡорт, рус теле уҡытыусылары ла кәрәк. Сибай институты шуның буйынса уҡыта, белгестәр әҙерләй.
- Әлбиттә, тәү урында ата-әсәләрҙе балаларҙың һаулығы борсой. Ошоға бәйле Сибай карьеры буйынса нимә әйтер инегеҙ?
- Хәҙерге ваҡытта карьер һүнде. Әлбиттә, карьер Сибай иҡтисадына кире яҡтан тәьҫир итте, ләкин экологик хәл тотҡарланды. Шөкөр, Сибайҙа йәшәп, эшләп йөрөйбеҙ. Приборҙарҙан алынған мәғлүмәттәр зарарлы матдәләрҙең нормаһы түбән булыуын күрһәтә.
- Ата-әсәләргә балаларҙың белем кимәлен күтәреү өсөн нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
- Һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендә барған үҙгәрештәр белем кимәлен күтәреүгә килтермәне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Әммә уҡыусыларҙың белем алыуға ҡыҙыҡһынып, ынтылып тороуҙары ҡыуандыра. Ауылдарҙан килгән уҡыусылар үҙҙәренең тырышлыҡтары менән алдыралар. Йәштәр спорт яғынан әүҙем. Сибай институтының «Ете ырыу» һәм «Сармат» фольклор ансамблдәрендә күбеһенсә ауылдан килгән уҡыусылар ихлас ҡатнашып, матур сығыш яһап йөрөйҙәр.
- Һеҙҙәге һөнәрҙәр өсөн ниндәй фәндәрҙән имтихан һайларға кәрәк?
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 28 февраль һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: