Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2020, 19:00

ЫСЫН-ЫСЫНДАН СПОРТ БАЙРАМЫ БУЛДЫ

22 февралдә “Урал” ФОК-ында Ватанды һаҡлаусылар көнө сиктәрендә ойошмалар һәм ауыл биләмәләре араһында ярыштар уҙҙы.

22 февралдә “Урал” ФОК-ында Ватанды һаҡлаусылар көнө сиктәрендә ойошмалар һәм ауыл биләмәләре араһында ярыштар уҙҙы. Йыл һайын үткәрелеп килгән был масштаблы спорт сараһы быйыл да яҡшы үтте. Сараға ауыл биләмәләре, хеҙмәт коллективтары, йәштәр, уҡыусылар йәлеп ителгән.
Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, ярышҡа килеүселәрҙе сәләмләп:

- Спортсыларға уңыштар һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшеүҙәрен теләйем. Киләсәктә лә ошондай спорт сараларында ҡатнашып, ярыштарҙан сәм, дәрт, ҡәнәғәтлек тойғолары алыуығыҙҙы теләйем, - тине.
Бәйгеселәргә район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә музыкаль күстәнәстәрен бүләк итте.
Ярышҡа килгән 12 ауыл биләмәһе һәм 6 ойошма үҙ-ара таһыллыҡта көс һынашты. Спорт залында милли көрәш, гер күтәреү, армспорт, арҡан тартышыу кеүек ярыштар үтһә, икенсе ҡатта бильярд, шахмат уйындары барҙы. Боҙ майҙансығында иһә Күгәрсен һәм Баймаҡ райондары йәштәренең хоккей командалары менән ике Бөрйән командаһы осрашты.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 28 февраль һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: