- 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориада байрамына әҙерлек сиктәрендә ойошторолған «Ашъяулыҡ» башҡорт аш-һыуы фестивале районда тәүгә ойошторолһа ла, бик юғары кимәлдә уҙҙы. Был проекттың авторы - Рөстәм Баһаув.
Ижади бәйгелә төп оҫтабикәләр Әбйәлилдән булды, Учалы, Шишмә, Бөрйән райондары делегациялары ла ҡатнашты. Фестивалде тантаналы асыр алдынан ҡунаҡтарға Әбйәлил тураһында фильм күрһәтелде, бейеү ансамблдәре сығыш яһаны.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм халыҡ ижады үҙәге исеменән бәйгеселәрҙе Гөлгөнә Баймырҙина тәбрикләгәс, мөҙҙәт мул һыйҙан һығылған өҫтәлдәрҙе баһалауға етте.
“Ашъяулыҡ”та халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары төп урын биләне: ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, ҡорот менән майҙың һәр төрлөһө: сейәле, муйыллы, аҡ, иретелгән һары май, ыҫланған, әсе, кипкән, сөсө ҡорот, эремсек, һөҙмә, ҡыҙыл эремсек, ҡаҡ, талҡан, ҡымыҙ, буҙа, айран, йөҙ төрлө ҡамыр ризыҡтарын һанап осона сыҡҡыһыҙ — ҡомалаҡҡа әсетеп бешерелгәне, ҡул икмәге, майғикмәк, көлсә, йыуаса, сәк-сәк. Хатта Әбйәлилдән сыҡҡан Башҡортостандың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың «Өс ҡатын» картинаһын «тергеҙеп», өс ҡатынды нәҡ картиналағыса ултыртып ҡуйыусылар,
һигеҙ килолыҡ сәк-сәктән Ҡырҡты тауҙарын өйөүселәр, 7 сәк-сәктән тирмә “ҡороусы”лар ҙа булды. Ойошмалар ҙа ихласлыҡ күрһәтте. Беҙҙең “Каповатур” менән “Аҡбуҙат” турбазаһы “Ағиҙел” МУП-ы 2-се дәрәжәле дипломға лайыҡ булды, - ти турбаза етәксеһе Урал Хәлиуллин.
Район намыҫын яҡлап, бөрйәндәргә генә хас ризыҡтар әҙерләп алып барып, ошо сама ғәм араһында һынатмай призлы урын яулаусы яҡташтарға – Урал һәм Нурзидә Хәлиуллиндарға, “Аҡбуҙат” турбазаһы “Ағиҙел” МУП-ынан Тәлғәт Усманов менән Илүзә Дәминеваларға афариндан башҡа һүҙ юҡ.