Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2020, 17:10

АТТАР СЫҠТЫ БӘЙГЕГӘ

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Иҫке Собханғол мәктәбе биләмәһендә илебеҙ тыныслығы өсөн яуҙарҙа башын һалған, локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә митинг үтте.

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Иҫке Собханғол мәктәбе биләмәһендә илебеҙ тыныслығы өсөн яуҙарҙа башын һалған, локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә митинг үтте.

Митингта ҡотлау һүҙе менән район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, отставкалағы авиация майоры Ф. Ырыҫҡолов, район ветерандар советы рәйесе Р. Салауатова, Иҫке Собханғол мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы И. Сирбаев сығыш яһаны.

Ватан һаҡсыһы һәйкәленә сәскәләр һалынғас, митингта ҡатнашыусылар Тыуған ил өсөн башын һалған яҡташтарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алды.
Митингынан һуң халыҡ Иҫке Собханғол ауылының Күҙәмбәт яланында аттар ярышын ҡарарға йыйылды.
Халыҡ араһында әүҙем ял һәм сәләмәт тормошто пропагандалау, таҙа ҡанлы һәм тоҡомло башҡорт аттарының данын таратыу, милли ат спортын популярлаштырыу, иң көслө спортсыларҙы һәм аттарҙы билдәләү маҡсатында районда 51-се тапҡыр үткәрелде был бәйге.
Сара 35 бәйгесене йыйҙы. Был ярыштарға улар бик етди әҙерләнгән. Беренсенән, сараның абруйы юғары талаптар ҡуйһа, икенсенән, ошондай саралар ғәмгә сәм өҫтәй. Көйәрмәндәрҙә айырыуса санаға егелгән ат менән 7 саҡырым арауыҡҡа уҙыштар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ярыштар бер нисә этапта үтте.
1-се заезд – “Терра Башҡортостан” бәйгеһенә һайлап алыу рәүешендә башҡорт тоҡомло аттарҙа һыбайлылар ярышы. Дистанция – 2400 м.
2-се заезд Ватан һаҡсылары көнөнә арналды. Спортсылар саналы аттарҙа 7 саҡырым арауыҡты ваҡытҡа ирекле стилдә үттеләр.
3-сө заезд – саналы юртаҡтар ярышы. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланды. Бәйгеселәр 6 саҡырым араны саналы аттарҙа юртып ҡына үтергә тейештәр ине.
4-се заезд – саналы аттарҙа ябыҡ ярыш – “Бәйге” тип аталды. Бында төп приз Бөрйән районы хужалыҡтары араһында уйнатылды. Улар 10 саҡырым (10 әйләнеш) арауыҡты ваҡытҡа ирекле стилдә үттеләр.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 28 февраль һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: