Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2020, 19:00

САҘАҠАНЫ НИСЕК БИРЕРГӘ?

#Имам_мөхтәсиб_яуап_бирәМин мәсет төҙөлөшө өсөн аҡса бирергә уйлағайным, әхирәтем ундай хәйер-саҙаҡаны әйтеп бирмәйҙәр, сауабы кәмей , йәшертен бирер кәрәк, ти. Улай тиһәң, гәзиткә кемдәр ни саҡлы аҡса биргәнен яҙалар бит. Ҡайһыһы дөрөҫ?


ҺОРАУ:
- Мин мәсет төҙөлөшө өсөн аҡса бирергә уйлағайным, әхирәтем ундай хәйер-саҙаҡаны әйтеп бирмәйҙәр, сауабы кәмей , йәшертен бирер кәрәк, ти. Улай тиһәң, гәзиткә кемдәр ни саҡлы аҡса биргәнен яҙалар бит. Ҡайһыһы дөрөҫ?
ЯУАП:
- Ҡөрьән- Кәримдең «Баҡара» («Һыйыр») сүрәһенең 271-се аятында:» Саҙаҡаларығыҙҙы асыҡ итеп бирһәгеҙ, яҡшы булыр. Саҙаҡаларығыҙҙы фәҡирҙәргә йәшертен бирһәгеҙ, һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк булыр. Шуға күрә (Аллаһ) гөнаһтарығыҙҙың бер өлөшөн ярлыҡар. Һеҙ нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, Аллаһ брыһынан да хәбәрҙар”,-тиелә.
Саҙаҡаның төрҙәре күп. Зәкәт менән фытырҙы асыҡ итеп бирер кәрәк. Нәфел (добровольный) саҙаҡаларҙы йәшерен биреү хәйерле. Мәҫәлән, мәсет төҙөлөшө өсөн саҙаҡа бирә икән - күпме икәнен әйтеп, асыҡ биреү хәйерле, сөнки уның изге эш эшләгәнен күреп, башҡалар эйәрергә мөмкин. Был - өлгө, фәһем. Мәсеттәрҙе ҡарау, төҙөү - дини бурыс, иманлы кешеләр мәсетте ҡарарға, тоторға тейеш. Был - иман күрһәткесе.
Саҙаҡаны рыянан- кеше күрһен, маҡтаһын, гәзиткә яҙһын һ.б. тип биреү ярамай. Әгәр ҙә ошондай рыя күңелгә инә икән, саҙаҡаны йәшертен биреү яҡшы. Хәйерҙе йәшертен бирәһеңме, асыҡ бирәһеңме - әгәр ысын күңелдән, ихластан, Аллаһ ризалығы өсөн бирәһең икән - сауабы һис кенә лә юғалмай, кәмемәй, ә бына мохтаждарға биргәндә йәшертен бирһәң, бик яҡшы. Бына һиңә хәйер-саҙаҡа, тип, кеше алдында уны уңайһыҙ хәлгә ҡалдырырға, оялырға мәжбүр итергә ярамай. Саҙаҡа биргән кеше:» Бына мин һиңә саҙаҡа бирҙем», -тип кәпәренмәһен, тәкәбберләнмәһен, биргән кешеһен кәмһетмәһен. Был рыя (показуха) була.
Читайте нас: