Мәһәҙей ауылының ветерандар советына һәлкәүлек, һүлпәнлек, ғәмһеҙлек хас түгел, сөнки был йәмәғәт ойошмаһын хаҡлы ялға сыҡҡансы гел етәксе, ойоштороу эштәрендә йөрөгән ауылдашыбыҙ Хәсәнов Солтан Басир улы етәкләй.
- Байназар ауыл биләмәһенең ветерандар советын оҙаҡ йылдар Ғәлимйән Сибәғәт улы Ишбулатов етәкләне. Ул күп нәмәгә өйрәтте.
Әле Мәһәҙей ауылында 62 ветеран иҫәпләнә, шөкөр, сафтарыбыҙ артып тора. 60, 70, 80, 90 йәшлек юбилейҙарҙы үткәрәбеҙ – йә ауыл мәҙәниәт йортонда, йә өйҙәренә барып ҡотлайбыҙ. Һуғыш ветеранының тол ҡатыны, ауылдың иң оло кешеһе Нәғимә инәй Мөхәмәтйәноваға, Хоҙай насип итһә, 1 мартта 96 йәш туласаҡ, Нәбирә инәйгә – 90. Беҙҙең ветерандар советы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән бергә эшләй – тыуған көндәрҙе, юбилей сараларын, өмәләрҙе бергә ойошторабыҙ. Шөкөр, ауылыбыҙ мәсетле булды. Уны төҙөй башлағандан аҙаҡҡаса һәр өмәлә әүҙем ҡатнаштыҡ, Аллаһ йортоноң тирә-яғына ағас ултырттыҡ. Ауыл мәсетенең имам-хатибы Шәкир Хәсәнов та дин эштәрен ихлас ҡына алып бара, - ти Солтан Басир улы.
Эйе, ауылы берҙең ҡәүеме бер шул. Мәһәҙей ветерандары бөгөн ауылды тотоп тороусы төп көстәрҙең береһе. Йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап, үҙ миссияларын ҙур теләк менән башҡара улар – ошонан айырмаһын.