Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2020, 19:00

АУЫЛ АҠҺАҠАЛЫ УЛ

Әле бына шуны уйлап ултырам. Әгәр ваҡыт тәгәрмәстәре бер аҙ артҡа тәгәрәп китеп, шул заманға ҡайта ҡалһаҡ, Ғәҙелгәрәй ауылы халҡы, бына ошо кеше беҙҙең ауыл аҡһаҡалы, тип кемде атар ине икән?!

Борон бер аҡыл эйәһе (йә дин әһеле) берәй ауыл аша үтер булһа, ул урындағы халыҡтан: “Ауылығыҙҙа һөйләшеп ултырырлыҡ, кәңәш итерлек аҡһаҡалығыҙ кем?”, - тип һорар булған. Шунан мосафир атын күрһәткән өйгә табан борған. Бер самауыр сәй эсерлек ваҡыт, ауылдың хөрмәтле кешеһенә һуғылып сығырға, уның менән һөйләшеп ултырырға форсат тапҡан.
Әле бына шуны уйлап ултырам. Әгәр ваҡыт тәгәрмәстәре бер аҙ артҡа тәгәрәп китеп, шул заманға ҡайта ҡалһаҡ, Ғәҙелгәрәй ауылы халҡы, бына ошо кеше беҙҙең ауыл аҡһаҡалы, тип кемде атар ине икән?! Минең уйымса, күбеһе Рафиҡ Ғилметдин улы Йомағужинды күрһәтер, мосафир тап ошо ғаиләгә һуғылыр ине. Һис шикһеҙ, ул Йомағужиндарҙың үҙ туғандары менән татыулыҡта йәшәгәндәренә һоҡланып, уларҙың дүрт балаһының уңыштарына ҡыуанып, иң мөһиме, хужа менән һөйләшеп-кәңәшләшеп ултырыуҙан ҡәнәғәт ҡалып, уның ысын аҡһаҡал икәненә инанып үҙ юлын артабан дауам итер ине.
Мосафирҙы, тәү сиратта, хужаның ата-әсәһенә ҡарата булған сикһеҙ хөрмәте, күңел төбөндә уларҙы һағыныуы, уларға мең рәхмәтле булыуы һоҡландырыр, Рафиҡ Ғилметдин улының атаһы тураһындағы йылы хәтирәләрен ихлас тыңлар ине: “Атайым әгәр бөгөн тере булһа, мин уны күтәреп кенә йөрөтөр, ҡулдан килгән бар ҡәҙер-хөрмәтте күрһәтер инем. Әммә атайымды түрҙә генә ултыртып ҡарарға насип булманы. Ул бик иртә, беҙ бала саҡта, баҡыйлыҡҡа күсте.
Атайым тормош ауырлыҡтарын үтә күп күргән. Ул бик иртә атайҙан да, әсәйҙән дә етем ҡалған. Шуға уның бала сағы нисек ауыр үткәнен һөйләп торорға ла кәрәкмәйҙер. Егет ҡорона ингән мәле Бөйөк Ватан һуғышы башланған осорға тура килә. Был осорҙоң да барлыҡ ауырлыҡ-етешһеҙлектәрен үҙ башынан кисерә. Һуғыш башланып, күп тә үтмәй, әрме сафына алына. Оҙон-оҙаҡ ете йыл әрме хеҙмәтендә була. Япон самурайҙарына ҡаршы һуғыша. Атайыма Бөрйәнгә 1949 йылда ғына ҡайтып төшөргә насип була. Тыуған ауылының аяныслы хәлен, ауылдаштарының ниндәй ауырлыҡта йәшәгәнен күреп аптырап ҡала. Ул мәлдә ауыл бөтөү хәлендә була. Уны яңынан тергеҙеүгә күп көс һала атайым. Ул бик баҫалҡы, әммә бик егәрле, үтә уңған-тырыш кеше булды. Мәлендә ауылда бригадир ҙа, ферма мөдире лә, ауыл советы рәйесе лә булып эшләне. Шуныһы үкенесле, ғүмере генә ҡыҫҡа булды. Ни бары 54 йыл ғүмер йәшәргә насип булған икән уға.
Атайыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Ул, тормош ауыр, шул насар, был насар, тип зарланып ултырманы, ә тырышып донъя көттө, беҙгә һәйбәт тәрбиә биреп өлгөрҙө. Быны йылдар үткән һайын нығыраҡ аңлайһың икән. Әйткәндәй, атайым ауыл халҡы өсөн ят музыка ҡоралында – скрипка ла – матур уйнай торғаны. Заманында Ишембай районынан хеҙмәттәше уны уйнарға өйрәткән һәм үҙ скрипкаһын бүләк итеп биреп ҡайтарған. Атайымдың шул хеҙмәттәшен барып күреү теләге күңелдә йәшәһә лә, ниңәлер һуҙып йөрөнөм. Бер-ике йыл элек кенә үлеп ҡалған, тип ишеттем. Үкенескә ҡалды инде”.
Әсәһен дә бик һағынып-һоҡланып иҫкә ала Рафиҡ Ғилметдин улы: “Әсәйемдең исеме Әсмә ине. Хәҙерге аҡыл менән уйлайым да әсәйемдең шул хәтлем көслө булғанына аптырап ҡуям. Әйтеү түгел, күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс: 9 бала менән яңғыҙ тороп ҡалсы әле!
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 25 февраль һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: