Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2020, 11:00

Хөрмәтле ир-егеттәр, ил һаҡсылары, райондаштар!

Һеҙҙе ихлас күңелдән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым!

Һеҙҙе ихлас күңелдән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым!
Ватанды һаҡлау элек-электән ир-егеттең изге бурысы һаналған. Был изге хеҙмәтте ата-бабаларыбыҙ ҙа һәр ваҡыт намыҫ менән башҡарған. Бөгөнгө көндә лә егеттәребеҙ, традицияны дауам итеп, хәрби бурысын районыбыҙҙың намыҫына тап төшөрмәй тейешле кимәлдә үтәйҙәр. Улар киләсәктә лә һынатмаҫ, Тыуған ил алдындағы яуаплылыҡты лайыҡлы үтәрҙәр, тип ышанам.
Был көндә, тәү сиратта, беҙгә аяҙ күк йөҙө һәм тыныс тормош бүләк иткән ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙы, төрлө локаль бәрелештәрҙә, хәрби хәрәкәттәрҙә һынау үткән яугирҙәрҙе, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, Тыуған илгә тоғро ҡалып, намыҫ менән хеҙмәт иткәндәрҙе һәм бөгөн ил һағында тороусы егеттәрҙе тәбрикләйбеҙ һәм уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем!
Читайте нас: