Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2020, 12:00

БУРЫСМЫ, БОЙОРОҠ ҮТӘҮМЕ?

Ауылдағы малай-шалай әрменән ҡайтыусы ағаһын түҙемһеҙлек менән көтөп ала ине, ҡайтһа һис шикһеҙ берәй значок тәтейәсәк тәһа. Ә уларҙың йондоҙ тағылған кәпәстәрен кейеп йөрөгәндәренең бөтөнләй түбәләре күккә тейә ине. Ә беҙ, ҡыҙҙар, ундайҙарға ҡарап һоҡланабыҙ. Арабыҙҙа саяраҡтарыбыҙ «беҙ ҙә һалдат булабыҙ» тип сәмләнешә ине.

Ватанды һаҡлаусылар көнө яҡынлашҡас, был көндөң төп асылы хаҡында уйлана төшәһең. Һуңғы йылдарҙа 23 февраль бөтә ир-егеттәрҙе бер ҡалыпҡа һалып бүләкләй торған ҡыҙыл датаға әүерелә барыуы ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Ул көн бары тик ана шул һалдат һурпаһын эскән, егетлек мәктәбе үткән, ил алдында изге бурысын үтәгән Ватанды һаҡлаусыларға хөрмәт күрһәтеү йөҙөнән билдәләнеүен онота барабыҙ, шикелле.
Хәтеремдә, әле башланғыс класта уҡығанда, практика үтергә килгән уҡытыусы апайыбыҙ менән әрмелә хеҙмәт итеүсе ауылдаш ағайҙарға хат яҙғайныҡ. Аҙаҡ улар изге бурыстарын үтәп ҡайтҡас, мәктәптә осрашыу кисәһе лә үткәйне. Мауығышып армия мажараларын тыңлайбыҙ. Ауылдағы малай-шалай әрменән ҡайтыусы ағаһын түҙемһеҙлек менән көтөп ала ине, ҡайтһа һис шикһеҙ берәй значок тәтейәсәк тәһа. Ә уларҙың йондоҙ тағылған кәпәстәрен кейеп йөрөгәндәренең бөтөнләй түбәләре күккә тейә ине. Ә беҙ, ҡыҙҙар, ундайҙарға ҡарап һоҡланабыҙ. Арабыҙҙа саяраҡтарыбыҙ «беҙ ҙә һалдат булабыҙ» тип сәмләнешә ине. Ана шундай патриотик рухта тәрбиәләнгәнгәме, әллә бөтә ауыл менән егеттәрҙе әрмегә оҙатыу үҙе бер тәртип менән башҡарылған йола булыуын күҙәтеп үҫкәнгәме, бөтә егеттәр ҙә мотлаҡ илгә хеҙмәт итергә бурыслы тип беләбеҙ. Армияға бармай ҡалһаң да була тигән уй малай ишаратынан алып буй еткергәненә тиклем яңылыштан да башына инеп сыҡмағандыр.
Беҙ бала саҡта ҡартатайымдың, бүтән ветеран олатайҙарҙың һуғыш хәтирәләрен тыңлап үҫтек. Еңеү көнөндәге парад та транспаранттар тотоп урам буйлап йыр йырлап ҡына уҙыуҙан күпкә әһәмиәтлерәк ине. Илебеҙҙе фашистик дошмандан һаҡлап ҡалыусы ҡартатай-олатайҙарҙың, инәйҙәрҙең түшендәге ялтырашып торған миҙалдарға ҡарап һоҡлана-һоҡлана, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғорурлыҡ тойғоһо кисерә инек.
Ә армия темаһы ир-егет әңгәмәһенең һәр саҡ төп темаһы булып ҡала килде. Ирмен тигән ниндәй ир-егет ошо мауыҡтырғыс һөйләшеүҙән ситтә ҡалғыһы килһен?
Әрмелә хеҙмәт итеү - беҙҙең Яҡшыбаевтар нәҫеленең дә изге бурыстарының береһе ине. Оло ағайым 1994-1996 йылдарҙа Мәскәүҙә хеҙмәт итеп ҡайтып килгәндә, кесе ағайымды әрмегә оҙаттыҡ. Бары тик 1 көн генә ағай менән ҡусты күрешә алмауына сәбәп булды. Шул саҡта әсәйемдең йөрәге ниҙәр кисергәндер, бер үҙенә генә мәғлүм. Ҡартайым мәрхүм кесе ағайыма бәләкәй генә сағынан ниңәлер: «Минең улым моряк була», - тип ҡабатлар ине. Ысынлап уның әйткәндәре тормошҡа ашты, ағайым диңгеҙ флотында хеҙмәт итте. Тик ҡартайым ғына ул көндәрҙе күрә алманы...
Ул саҡта бит бөтә ауыл менән оҙата инеләр егеттәрҙе. Беҙҙең ауылға ғына (Ейәнсура районы Самаҙы ауылы) хас йолаһы ла бар ине уның. Олораҡтар атҡа ултырып, йәшерәктәр йәйәү ауыл осондағы ҡайынлыҡҡа тиклем сығалар ҙа, шунда гармун уйнап, йырлап-бейеп, хәйер-фатихаларын биреп, оҙатып ҡалалар ине. Унан ҡалһа, ҡағыҙ аҡсаға теләк һүҙҙәре яҙып, берәй һауыт-шешә эсенә тығалар ҙа әрмегә юлланыусы егеттең кесерәк ҡустыһымы, дуҫымы шул һауытты ҡайын ағасының иң осона менеп, ботаҡҡа кейҙереп ҡуя ине. Ҡышҡы бурандарҙа был һауыттарҙың осоп та төшкәне була, ә ҡайһыларыныҡы һалдаттар әйләнеп ҡайтҡансы көтә ине.
Ҡустым да ғаилә традицияһын боҙманы: 18 йәше тулғайны, үҙе һорап армияға китте. Уҡыуыңды тамамла, армия ҡасмаҫ, тигән өгөтләүҙәр ҙә файҙа бирмәне. Тыуған ил алдындағы ирлек бурысын теүәл 2 йыл үтәп ҡайтты.
Тормош иптәшем дә, ҡулына повестка алыу менән ауылға ҡайтып әйләнгән дә, кире эшләгән ҡалаһына барып, атай-әсәйенә бер һүҙ өндәшмәй киткән дә барған. Үҙенсә хафаламаҫҡа теләгәндер инде.
Ниңә яҙам һуң мин быларҙы? Хәҙер бит егеттәрҙең армияға барып ҡайтҡанын белмәй ҙә, һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Һалдат булыу теләге ни ҡәҙәр көслө икән әлеге быуында? Егетлек мәктәбен үтеүселәр өлгөһө, илһөйәрлек рухы һүнеп барғандай...
Читайте нас: