Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2020, 11:00

АФҒАНСТАН

Тәҡдир ҡушҡан яҙмыш микән әллә,Ил һағына, тиеп киттегеҙ.Ҡәрҙәш халыҡ булған Афған иленИңгә-буйға гиҙеп үттегеҙ.

Үҙ еренә халыҡ яраҡлашҡан,
Тынсыу һауа һулап күнеккән.
Саман, балсыҡ өйҙә, ҡышлаҡтарҙа
Ауыр тормошта йәшәп үҫкән.
Ҡом бураны уйнай йәйҙәр етһә,
Ә төндәре ҡара – хәүефле.
Шыҡһыҙ, бейек тауҙар ҡосағында
Йәшеренгән дошман бик үсле.
Тау иңенән үткән борма юлдар
Күҙәтеүле дошман яғында.
Ниҙәр генә күрмәй яҡташтарым
Ун һигеҙҙә генә сағында.
Әсәләрҙең изге доғалары
Ҡабул булһа икән береһе.
Йәш егеттәр бында башын һала -
Хоҙай ҡушҡан микән күрәһен?
Тау юлдарын урап үтеп булмай,
Сигенеү юҡ артҡа һалдатҡа.
Бойороҡто мотлаҡ үтәү кәрәк,
Командирҙы булмай алдап та.
Афған ере – сикһеҙ тауҙар иле,
Тарлауыҡлы юлдар – ҡаялар.
Мәмерйәләр һайын оялаған,
Илен, ерен һаҡлап, башкиҫәрҙәр
Һалдаттарҙың ғүмерен ҡыялар.
Ҡышлаҡтарҙы үтеп, тау артылып,
Килгән саҡта юлдан Ҡондоҙға,
Мөжәһиттәр көслө ут яуҙыра,
Урыҫ кафырға, тип, дуңғыҙға.
Машиналар шартлап күккә оса,
Юҡҡа сыға һанһыҙ ылауҙар.
Таш бәғерле икән фетнәселәр,
Юҡ! Ҡотҡармаҫ һыҡтап илауҙар.
Ҡондоҙ менән Ҡабул – Газни юлы,
Борма-борма тауҙар арҡылы.
Бында халыҡтың да көнитмеше
Фәҡирлектә үтә зар ҡылып.
Тау халҡында ҡырыҫ саялыҡ бар,
Һәр милләттең намыҫ эшелер.
Үҙ иленә тоғро булғанға ла,
Ғорур була ундай кешеләр.
Ҡондоҙ юлы һикәлтәле–ташлы,
Киң ҡоласлы тауҙар ҡосағы.
Күңелдәргә һаман шомлоҡ өҫтәй
Ҡыҙған һайын һуғыш усағы.
Илдең баш ҡалаһы Ҡабул өҫтө
Сорналған да ҡара төтөнгә,
Йәнгә тынғы бирмәҫ бер сир булып
Күңел төпкөлөнә төрөнгән.
Дары еҫен һулап ҡанға һеңгән,
Ҡайғы-хәсрәт илткән был һуғыш.
Ил эсендә бола – тыныслыҡ юҡ,
Милләт араһында ла ыҙғыш.
Тиҫтә йылдар барған ҡан ҡойош та
Ерле халыҡты ныҡ йүнкетте.
Йәш һалдаттар бер ни аңламай шул,
Ил ҡушҡанды тоғро үтәйбеҙ, тип,
Аяныслы һынауҙар үтте.
Күпте күрҙе улар бында килгәс,
Күрмәгәйне әле бер ҡайҙа.
Сәмәрҡәндтә хәрби белем алды,
Йыш ҡайтманы Айҙар Борайға.
1980 йылдар.
Йәш командир үҙ ротаһы менән
Утҡа инде – тиңһеҙ алышҡа.
Панджер буйҙарында тыҡырыҡта
Дошман йәшеренгән ҡая-ташҡа.
Яраланған яугирҙәрҙе Айҙар
Ут эсенән һөйрәп сығарҙы.
Ҡурғаш ямғыр өҫкә яуған саҡта,
Нисек кенә түҙеп сыҙарһың.
Ул үҙе лә һиҙмәй ҡалды, ахыры,
Йәнен ҡыйҙы Афған пуляһы.
Тын ҡыҫылды. Һуңғы һулыш алды,
Юҡ! Килмәй шул уның үләһе.
Тәҡдир ҡушҡан яҙмыш микән әллә,
Ил һағына, тиеп киттегеҙ.
Ҡәрҙәш халыҡ булған Афған илен
Иңгә-буйға гиҙеп үттегеҙ.
Тарлауыҡлы тау-таш араһында
Һеҙҙе аңдып көттө дошмандар.
Улар аяуһыҙ ҙа ҡыландылар -
Сәйет шаһҡа тоғро ҡуштандар.
Борай яҡтарында тыуған Айҙар
Йәп-йәш кенә ине үлгәндә,
Мәғәнәһеҙ барған был һуғышта,
Панджер буйҙарында – үҙәндә.
Миңлеғәле лә ут-һыуҙар кисте,
Ул да үтте һинең юлдарҙан.
Һалҡын мәмерйәлә башын һалды
Яуыздарҙан–яуыз ҡулдарҙан.
Тәрбиә алдың
ҡустың Минияз менән
Балалар йортонда – Сермәндә.
Гитарала уйнап көй сығарҙың,
Бер ни белмәй инең килгәндә.
“Тыуған ауылым” көйөн отоп алдың,
Күңелеңә яҡын булғандыр.
Йәшлек дуҫың Рифат йырлағанда
Һин дә бергә йырлап моңландың.
Ҙур ҡалала уҡып һөнәр алдың,
Кире ҡайттың эшкә – Сермәнгә.
Инйәр буйҙарында балыҡ тоттоң
Йәй – сәйәхәткә йөрөгәндә.
Күккә ашҡан сал тауҙарҙы күреп,
Килгән һайын бында һоҡландың.
Ылыҫ еҫен һулап ҡарурманда,
Йәнкәйеңә сихәт, көс алдың.
Бер иҫтәлек булып ҡалды инде -
Йыйылышып ауыл йәштәре,
Таңға ҡәҙәр Сермән урамында,
“Наза”, “Өстаған”ға бейенегеҙ,
Ситкә ҡуйып донъя хәстәрен.
Ата-әсәң иртә донъя ҡуйған,
Нигеҙ ташың – Яңы Усманда.
Сермән буйҡайҙарын үҙ иткәйнең,
Ғафури яҡтарында тыуһаң да.
Хыялдарың тауҙай ҙур ине лә,
Тик бойомға ғына ашманы.
Гонаһтарың һинең булмаһа ла,
Һин – Афған халҡының дошманы.
Өс йөҙ яҡташ бында башын һалды,
Ҡайғы-хәсрәт – Афған илендә.
Ҡәрҙәш халыҡтарға дошман булып
Рәхмәттәр алманы бер кем дә.
Илдә барған кире сәйәсәт тә
Һөҙөмтәһен бирҙе һуңынан.
Сеү! Әсәләр һаман йәшен түгә,
Яҙған хатын уҡып улының.
Өс яугирҙе бөгөн иҫкә алдым,
Барыһы ла бер үк яҙмышлы.
Афғанстан – ҡайғы-хәсрәт иле,
Кешеләре уйсан-һағышлы.
Атаһынан иртә етем ҡалды,
Әсәһенән алған тәрбиә.
Уҡыуҙа ла Мәҡсүт һынатманы,
Ир-егет һөнәренә лә ул эйә.
Тыуған яғы хозур Ҡырмыҫҡалы,
Иген иккән баҫыу, киң ҡырҙар.
Шул ҡырҙарҙа көс-тир түккән егет
Хеҙмәт сәмен тойған батыр ҙа.
Ил һағына китер көндө һине
Бөтә ауыл сыҡты оҙата.
(Һөйгән йәрең һиңә вәғәҙә бирҙе),
Гүйә, улар хушлаштылар кеүек,
Ваҡытлыса ғына оҙаҡҡа.
Әсә күңелкәйе ниҙер һиҙә,
Ул үкһене һине ҡосаҡлап.
Кем уйлаған инде был хушлашыу
Һуңғы булыр, тиеп ул саҡта.
Мәҡсүт инде тура ут эсенә,
Ул йөрөттө хәрби машина.
Ҡабул – Газни барған оло юлда
Мөжәһиттәр шашып–шашына.
Нисә тапҡыр сыҡтың ут эсенән,
Дуҫ-иштәрең шунда юғалттың.
Үҙ ерендә дошман көслө–үсле,
Тау-ҡаяларҙан терәп атты.
Әсәйеңдең хәлен белеп торҙоң,
Хаттар яҙҙың уны йыуатып.
Тауҙар араһында дошман һеҙҙе
Һағалап торҙо көн дә күҙ атып.
Һөйгәнеңдән алдың сәләм хаты –
Йөрәк хисе менән яҙылған.
Һиңә дәрт тә, көс тә бирә ине,
Бар ине бит һөйөү–наҙы ла.
Һуңғы алыш булды Талуҡанда,
Күп танктар эләкте ҡамауға.
(Ҡотолорға башҡа сара ла юҡ)
Буйһонорға тура килә икән,
Яҙмыш ҡушҡан оло һынауға.
Ҡасан бөтөр икән был һуғыш? – тип
Командирҙан Мәҡсүт һораны.
Түҙ! Түҙ! Ярты йылдан
һин ҡайтаһың, –
Тиеп һиңә сәйер ҡараны.
Көтмәгәндә көслө шартлау булды,
Ҡотолорға әмәл ҡалманы.
Мәҡсүт рычагҡа ҡат-ҡат баҫһа ла,
Танк урынынан ҡуҙғалманы.
Көслө ялҡын эскә бәреп инде,
Тынды ҡурҙы әсе төтөнө.
Хоҙай биргән ҡарғыш төштө микән,
Афғандарҙың – ҡаты хөкөмө.
Танк эсендәге экипажды
Ялмап алды ҡайнар ут-ялҡын.
Мәҡсүт: “Бәхил бул, – тине Рауилға,
Онотмаҫ беҙҙе туған халҡым”.
Машиналар, танктар дөрләп янды,
Ҡеүәтле көс дошман яғында.
Был ваҡиға булды тарлауыҡта,
1982 йыл.
Март айының иртә таңында.
Ут эсендә ҡалған, үлгәндәрҙе
Юҡ! Булманы эҙләп–табып та.
Тыуған илгә ҡайтты бик күптәре
Цинк һауыттарҙа – табутта.
Тау илендә ҡалҡҡан ҡара һөрөм
Үлгәндәрҙең нәфрәт хисеме?
Сит-ят ерҙә ҡалған һалдаттарҙың
Онотолмаҫ даны – исеме.
Һеҙ, әсәләр, зинһар кисерегеҙ
Яңыртҡанға иҫке яраны.
Мин бит бары иҫкә генә алдым,
Үткәндәрҙе байҡап ҡараным.
Ил һағына тиеп киттегеҙ ҙә,
Күрмәнегеҙ әрме рәхәтен.
Оноталмам һеҙҙе, яҡташтарым,
Ғүмер буйы мине әрнетеп тә,
Һеҙ бит миңә тынғы бирмәҫ
Йәнем йәрәхәте,
Йәнем йәрәхәте...
Читайте нас: