Беребеҙгә лә сер түгел, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, әллә сабырһыҙыраҡ зат булараҡ, әллә ир-егеттәр үҙҙәре позицияларын бирепме, үтә әүҙемләшеп, бөтә нәмәлә алдан йөрөп алып киткәйнек. Ә бына Ғәҙелгәрәйҙә...
Эйе, Ғәҙелгәрәйҙә шуның киреһен раҫлағаң шәп сара үткән. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта районда төрлө сараларҙа, изге эштәрҙә, спортта, байрамдарҙа ир-егеттәрҙең әүҙемләшә барыуы шул тиклем ныҡ ҡыуандыра. Хатта... ысын, илағы килә, ниһайәт, Хоҙай тарафынан тәғәйен урындарыбыҙға ҡайтыу яғына ыңғайлай башланыҡ, тип.
Ана, ғәҙелгәрәй ир-аттарының да ауыл сараһына бер урам булып сығыуҙары шуға дәлил.
-Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап 20 февраль көнө ауыл мәҙәниәт йорто алдында округтар араһында ярыш үтте. Ярышта 5 ир-егеттән торған 3 команда ҡатнашты: «Шүлгән «, «Салауат»,» Ғәҙелгәрәй» командалары үҙ-ара көс һынашты. Ярыш төрҙәре: «Күңелле старттар», пневматик винтовканан атыу, дартс, АКМ-ды тиҙлеккә hүтеп-ҡороу, арҡан тартыу уйындары үткәрелде. Сәмле, дәртле ярышта «Шүлгән» командаһы күсмә кубокка лайыҡ булды. Икенсе урынға» Ғәҙелгәрәй» командаһы, ә өсөнсө урынға «Салауат» командаһы сыҡты. Афариндар, бик ихлас уйнанылар. Рәхмәтебеҙҙе депутаттарға, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына еткерәбеҙ. Ир-егеттәр өсөн сәй табыны ойошторолдо, - тип яҙалар Гадельгареевский СДК төркөмөндә.
Афарин, көслө заттар! Ир-ат башлап йөрөгән, әүҙем булған эштә лә, аҡыллы ир-ат баш булған йортта ла бәрәкәт була. Киләсәктә был бәрәкәт артһын ғына.
Ошондай айыҡ, һаулыҡ өсөн дә, рухи йәһәттән дә файҙалы саралар берҙәмлекте, татыулыҡты арттырып, йәшәүгә яңы көс, дәрт өҫтәп кенә ҡалмай, сәләмәт йәшәү рәүешенә ҙур аҙым да булып тора бит ул!