Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 13:00

ҺИКҺӘНДӘГЕ АҒИНӘЙ ХАЙРАН ИТТЕ!

Иртәнсәк эшкә килгәс тә “Бәйләнештәр” селтәренә инеп, районыбыҙ ауылдарының тын алышын барлап, күңелде күтәреп алыуҙы ғәҙәт итеп алғанмын. Бөгөн, мәҫәлән, йәнә теге быуат аҙаҡтарында үҙем эшләп киткән Килдеғол ауылы кешеләре һоҡландырҙы. Ниңәме?

“Йырлаусы ауылдар” конкурсына бигерәк дәррәү ҡушылғандар улар: мәктәп, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә, Мораҙым ҡыҙҙары-Килдғол килендәре лә, ғөмүмән, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, балалар сәхнә тултырып сыҡҡандар.
Ә иң һоҡландырғаны йәнә лә... күптән түгел генә яҙған ауыл ағинәйе, һикһәнен үткән Кәримә Билалованың дүрт килене менән сәхнәгә сығып баҫыуы.
Тап ана шундай дәртле ҡәйнәләр, сос килендәре менән ҡотло, ырыҫлы һәм матур бит ул беҙҙең ауылдарыбыҙ! Афарин, килдеғолдар!
Ғөмүмән, тормош гөрләп тора ауылдарыбыҙҙа: кемдәрҙер зыу килеп урамда спорт байрамдары үткәрәләр, икенселәре ауыл мәҙәниәт йортонда шахмат-шашка уйнап, иң зиһенлене билдәләй, өсөнсөләр Афған яуын үткән ветерандар менән осраша, дүртенселәре килдеғолдар кеүек бөтә ауылдары менән сәхнәгә сыҡҡан...
Гел шулай тормошобоҙҙо биҙәп йәшәйек, райондаштар!
Читайте нас: