Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 18:00

БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН, ТӨРКӨМДӘГЕ КӨСЛӨ ЗАТТАР! ЙӘНӘ... “ТЕГЕ ДҮРТӘҮ”...

Байрамдары уңайынан матди бүләктән тыш шиғри күстәнәс тә алған был егеттәрҙең шул рухи күстәнәстәренән ауыҙ иткегеҙ килһә, әйҙәгеҙ...Тик ошо егеттәрен афишировать итеп тик ултыралар, тимәгеҙ, байрам үтеп китеү менән шып туҡтарбыҙ!

Байрамдары уңайынан матди бүләктән тыш шиғри күстәнәс тә алған был егеттәрҙең шул рухи күстәнәстәренән ауыҙ иткегеҙ килһә, әйҙәгеҙ...
Тик ошо егеттәрен афишировать итеп тик ултыралар, тимәгеҙ, байрам үтеп китеү менән шып туҡтарбыҙ!
Әйткәндәй, хөрмәтле эшләп йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар, коллективтарығыҙҙағы ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотларға онотманығыҙмы?
Ҡыҙҙар, ҡотламаған булһағыҙ, исем өсөн нәскей булһа ла алып бирә һалығыҙ, атыу тиҙҙән генә 8 март бит...
*ШИҒРИ КҮСТӘНӘСТӘР
Финанс министры Марс Нәбиуллинға:
Ике ҡатлы өй һалаһың,
Балтаң тынмай туҡылдап.
Башҡорт артһын. Давай, Марс
Ишеү берҙе тупылдат.
Терегөмөш кеүек кенә
Етеҙ ҙә һин һәм дә сос.
Фәндәр кандидаты булғас,
Фекерең дә хәтәр тос!
Иҫәпкенәң хисабыңа
Гел тура килеп торһон.
Аҡса ылауҙары һиңә
Йышыраҡ юлын борһон.
Буласаҡ Президентыбыҙ Рушан Байымовҡа:
Гармун тотһаң - йырлатаһың,
Ҡурай тотһаң – бейетәң.
Был донъяла йырлап-бейеп
Йәшәүҙәргә ней етә!
Быға тиклем мисәү инең,
Егеләң хәҙер төпкә.
Беҙҙең кеүек биҙундарға
Сыҙарға тырыш түлкә!
Ҡаты булһаң аҫырҙар ҙа,
Йыуаш булһаң, баҫырҙар.
Шыпа уртаса булһаң да,
Эштән алда ҡасырҙар.
Ҡыҫҡаһы, түҙергә тырыш,
Беләбеҙ, булыр ҡыйын.
Беҙҙең күңелдәр бик киң ул -
Ҡыйын булғанда һыйын!
Реклама агенты Иршат Сәитбаталовҡа:
Милләте еврей булһа ла,
Исеме уның Иршат.
Кеше кеҫәһен ҡапшарға,
Тиһәң, Иршатыбыҙ шат.
Руль генә тотҡан ҡулыңа
Тоттоң хәҙер ҡәләмде.
Мәҡәлә лә яҙа башла,
Шаҡ ҡатырып бар ғәмде!
Егет кеше етмеш һөнәр
Белергә тейеш, малай.
Тырыш, әйҙә. Ғаиләңдә
Өс пар күҙ һиңә ҡарай!
Кадровик Булат Тимерғәлиевҡа:
Бөйөк шахматист та үҙе,
Фотограф та шәп Булат.
Тик тәртә емереп ҡуйма,
Ат икәнһең - тик бул ат!
Исемдең дә иң һәйбәтен
Ҡушабыҙ – бул һин Турат.
Тура йөрө, йөҙ ҡыҙартма
Сәхнәлә ҡабат тулап!
Эйе, уйнаҡлап тораһың,
Һәйбәт ҡарағас үҙем.
Тик орбитанан сыҡмаһын
Маҡтау эләккәс – күҙең!
Читайте нас: