Йор һүҙле, халыҡсан бай телле ул инәй күптән баҡыйлыҡта инде, әммә уның лаҡап-көләмәстәре беҙҙең арала йәшәй.
Бер мәл инәйҙе аятҡа саҡыралар. Билдәле, аят уҡылып, хәйер-саҙаҡа таратылып, Ҡөрьән мәжлесе бөткәс, инәйҙәр ауыл яңылыҡтарына күсә. Шунда береһе: ”Фәлән-фәләндең ҡыҙы засос менән ҡайтҡан, тей, бит”, - тип ысҡындыра. Бер ҡатлы инәй: “Ҡыҙҙың кемдең ҡыҙы икәнен беләм дә ул, бынау Засосы кемдең улы була – шуны белә алмай ултырам”, - тигән, ти. Засостың кем түгел, нимә икәнен белгәндәр йығылып ятып көлгәндәр.
Был хәлгә байтаҡ ваҡыт үтеп, байтаҡ һыуҙар аҡты, теге засос менән ҡайтҡан ҡыҙ ҙа хәҙер теттереп донъя көтөп яталыр инде. Үҙен иҫкә алғанда һөйләргә инәйҙең мәрәкәһе генә ҡалды...