Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2020, 12:40

ИХ, ЕГЕТТӘР...

Хәтәр шәп ир-егеттәр эшләй ул редакцияла! Һөнәри эштәрен дә бына тигән итеп башҡаралар, йыр-моңға ла әүәҫтәр. Тик... Бер генә... эсте бошорған яҡтары бар...

Хәтәр шәп ир-егеттәр эшләй ул редакцияла! Һөнәри эштәрен дә бына тигән итеп башҡаралар, йыр-моңға ла әүәҫтәр. Тик... Бер генә... эсте бошорған яҡтары бар...
Бөтәһе лә өйләнгән! Үәт!
Ана, “Йырлаусы ауылдар” тигән бәйгенең һайлап алыу турын ҡарарға барғандар алдашырға ирек бирмәҫ – йырҙары менән тамашасыны әсир итте лә ҡуйҙылар!.
Етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан улар менән яҡынданыраҡ таныштырып алайыҡ әле.
Һүрәттә һулдан беренсе торған Иршат Сәитбаталов 10 йылға яҡын алыштырғыһыҙ водителебеҙ булды. Былтыр юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алғас, уны реклама агенты итеп “үрләттек”. Хәҙер яңылышмағаныбыҙҙы аңланыҡ – тап шул урындың кешеһе булып сыҡты, шөкөр! Кеше менән аралашыусанлығы, асыҡ йөҙлөлөгө, ярҙамсыллығы эшендә иң кәрәк сифаттар уның. Йәнә ҡумыҙ сиртә, йырларға, ҡыҙыҡ-мыҙыҡ һөйләргә әүәҫ. Ишеү демографияға мул өлөш индергән – береһенән-береһе һылыу өс ҡыҙҙың атаһы ла!
Булатты күптәр фотограф итеп белә. Бынан тыш, матур йырлауын һәм институтта уҡыған сағында бейеүе менән Германияға уҡ барып етеүен бәғзеләр белмәйҙер әле. Йәнә шиғыр яҙыуға, һүрәт төшөрөүгә маһир. Балта эшенә ҡулы барып ҡына тора. Ҡыҫҡаһы, “мастер на все руки”! Бер ҡыҙ атаһы, ҡыҙы ла үҙенә оҡшап ижади күңелле.
Рушандың беҙҙең коллективҡа килеп инеүенә 6 ай ғына тула әле. Шөкөр, килеп тә инде, тас үҙебеҙҙеке булып та китте. Тыныс холоҡло, эшсән, аҡыллы егет бөгөн редакцияның төп таяныстарының береһе. Уның да ҡулынан килмәгән эше юҡ. Яҙыу-һыҙыуын әйтеп торорға ла түгел. Юғары белемле филолог бит ул! Йырлауҙан тыш гармунды һандуғас итеп кенә һайрата - үҙәктәрең өҙөлөп кенә китмәле. Ә ҡурайында бейеү көйҙәрен һуҙа башлаһа инде, бейемәй түҙ генә! Ғөмүмән, теләһә ниндәй музыка ҡоралы уның ҡулында терелә, моңға сорнай! Кәләше менән ике балаға матур тәрбиә бирәләр.
Редакцияның финанс министры Марсыбыҙ тураһында әйтеп торорға ла түгел – алдағы өсәү кеүек үк, табыш ул беҙҙең өсөн! Бөтә нәмә ҡулынан килә – иҫәп-хисап эштәре лә, яҙыу-һыҙыу ҙа, мәрәкәһе лә... Бынан тыш, оҫта водитель дә үҙе. Ә гармунда, ҡурайҙа уйнағанын ишетһәгеҙ, иманыбыҙ камил, ҡыҙҙар, ғашиҡ буласаҡһығыҙ! Тик аңғарып – бына тигән кәләше һәм туптай ике балаһы бар!
Йәнә егеттәрҙең барыһы өсөн дә уртаҡ булған беҙгә ныҡ оҡшаған сифаттары – барыһының да юморҙы аңлай һәм ҡуллана белеүҙәре!
Бына ошондай ир аҫылдары эшләй редакцияла.
Беҙ уларҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ һәм тормоштарында, эштәрендә уңыштар, ғаиләләренә именлек, һаулыҡ, муллыҡ, мөхәббәт теләйбеҙ!
Егеттәр, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
“Таң” ҡыҙҙары.
Читайте нас: