Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2020, 13:05

ӘЙҘӘГЕҘ, САҢҒЫСЫЛАР!

29 февралдә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап дөйөм белем биреү мәктәптәренең балалар спорт клубтары уҡыусылары, ойошма, предприятие, учреждениелар хеҙмәткәрҙәре араһында район буйынса саңғы ярыштары үтә.

Ярыштар Күҙәмбәт яланында ойошторола. Башланыу ваҡыты иртәнге 10.00 сәғәткә тәғәйенләнгән.
Ҡатнашыусылар 5 йәш төркөмө буйынса бүленә:
- 2010-2007 йылғылар;
- 2006-2003 йылғылар;
- 2002-1992 йылғылар;
-1991-1975 йылғылар;
- 46 йәштән өлкәндәр.
Ҡатнашыу өсөн ғаризаны 25 февралгә тиклем 3-62-03 телефоны аша бирергә кәрәк.
Сараны ойоштороусылар – район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм “Урал” ФОК-ы.
Ярыштың шарттары һәм программаһы менән уларға мөрәжәғәт итеп танышырға мөмкин.
Читайте нас: