Хөрмәтле төркөмдәштәр!
“Таң” гәзитенән йылдар буйы айырылмаған, унһыҙ йәшәй алмаған дуҫтарыбыҙ!
Һеҙҙе Бөтә донъя ғашиҡтар көнө менән ҡотлайбыҙ! Ни өсөнмө? Сөнки ғашиҡ булмаған кешеләр шунсама йылдар буйы гәзиткә тоғролоҡ һаҡлай аламы һуң?!
Гәзит элек аҙнаһына өс тапҡыр сыға ине. Уны ике тапҡырға күсергәс, бер яҙылыусыбыҙ: “Хәҙер кесаҙна көнө сәйҙе нисек эсәм инде? Беҙ бит шишәмбе, кесаҙна, шәмбе ҡапҡа төбөнән күҙебеҙҙе алмай көтөп алабыҙ гәзитте. Шунан ҡулға тотоп, тәмләп сәй эсә-эсә уҡыйбыҙ”, тигәйне.
Шөкөр, шундай тоғро дуҫтарыбыҙ булғанға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ! Шунан нисек уларҙы ғашиҡтар көнө менән ҡотламаҫһың?!
Эйе, ошо яҡты донъяға, һәр атҡан таңға, аҡҡан йылғаға, атҡан сәскәләргә, ҡалҡҡан ҡояшҡа, баҡҡан айға, яратҡан йәрҙәребеҙгә, күҙ нурҙарыбыҙ булған балаларыбыҙға, тупылдашып тыуып торған ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә, ғөмүмән, бар тереклеккә, кешелеккә ғашиҡ булып йәшәйек, дуҫтар!
Был донъяны матурлыҡ ҡотҡара, тиҙәр, юҡ, Изгелек һәм Мөхәббәт ҡотҡаралыр ул! Сөнки ярата белгән, матурлыҡты тоя белгән кешенең күңелендә яманлыҡҡа урын ҡалмай!
Сәй, тигәндәй, эйе, ололар әйтмешләй, йәшлек кеше араһында нисек тә үтә, ҡартлыҡта ҡара-ҡаршы ултырып сәй эсергә лә иптәш кәрәк...
Ғашиҡтар көнөндә генә түгел, көн һайын яратып, яратылып йәшәгеҙ, дуҫтарыбыҙ!