Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль 2020, 11:45

ҺАБАНТУЙ - ХАЛЫҠ ЙЫЙЫНЫ

Түрәләр килеп тирмәләргә инеп китәләр ҙә, ашап-эсеп кенә ултыралар, халыҡ араһында уларҙы (ҡотлауҙан тыш) күреп тә булмай. Шул төркөм туйҙырып оҙатылғас иһә байрамдың төҫө лә үҙгәрә, мәжбүр итеп алып килеп ҡуйылған күргәҙмәләр һәм башҡалар ҙа юҡҡа сыға. Хатта уйындар ҙа өҙөлөп ҡала, артистар китә, музыка һүнә.

Тағы ла йәмле һабантуйҙар мәле етәсәк. Халыҡтың көтөп алған байрамдарының береһе был. Тағы ниндәй сарала шулай ауылдар күрешеп, уйнап-көлөп, бер-береһенең хәл-әүәлен белеп ҡала ала. Элек-электән шулай булған һәм әле лә был көнгә ситтән туған-тумаса саҡырыла, бала-саға ҡайта. Хатта тыуған яҡтарында күҙ төбәп ҡайтыр урындары булмағандар ҙа шул һабантуйҙарға ҡайтып, ер-һыуын күреп, ауылдаштарын сәләмләп китеүсән.
Ҡасандыр борон заманда йәйләүгә сыҡҡас үткәрелгән йыйындарҙың, ер эшенә тотонғас, һабан байрамы булып китеүенә лә бәйләй был сараның тамырын ғалимдар. Шулай уҡ боронғо башҡорт ырыуы булған сабандарҙың яҙғы йолаларынан ҡалған байрам, тип яҙыусылар бар. Һәр хәлдә, был беҙҙең ата-бабанан ҡалған, барыбыҙ өсөн дә таныш һәм үҙ булған сара – йола байрамы.
Әлбиттә, үҙемдең бәләкәй саҡтағы һабантуйҙар менән бөгөнгөнө сағыштырып булмай, был урынһыҙ ҙа булыр ине. Бары хәтергә генә төшөрәм. Элекке һабантуйҙарҙа халыҡты берәү ҙә ситтән килеп әүрәтмәне. Әлеге концерттар ҙа, билдәле артистар ҙа, күргәҙмәләр ҙә, сауҙа-кафелар ҙа булманы. Әммә берәү ҙә күңелһеҙләнеп ултырманы. Уйындарҙа ла спортсыларҙы ғына тамаша ҡылыу булманы. Көрәштә ауылдың бөтә ир-егеттәре лә ҡатнаша ине. Малайҙарҙан алып ололарға тиклем. Сәләмәт булған ир-егеттең билен һынап ҡарамауы оят булғандыр күрәһең, тип уйлайым. Ололар түңәрәктәгеләрҙе “әйҙә – һин” тип, төртөп күрһәтә лә сығара ине, берәү ҙә баш тармай. Йүгереүҙә лә шулай. Балалар бер-нисә көн алдан төшөп һабантуй яланында йүгерә башлай инек. Өлкән ағайҙар саҡрымдарға йүгереп китә ине. Уйлап ҡараһаң, күптәре ауылдағы малсылар, урмансылар ғына, береһе лә спортҡа айырым иғтибар бирмәгән. Йомотҡа менән йүгереү, тоҡ һуғыш, һарыҡ ҡырҡыу, арҡан тартыш, сәпкә тигеҙеү, ҡыҫҡа дистанцияға йүгереү кеүектәрҙә апайҙар ҙа ҡатнашты. Итәктәрен бөрөп алып йүгерешеп йөрөйҙәр һәм уларҙы берәү ҙә ғәйепләмәй ине. Йыр, ҡурай, бейеү, таҡмаҡ әйтештәрен әйтеп тораһы ла түгел. Совхоз директоры, ауыл советы рәйесе, бригадир булған ағайҙар көрәштә лә, йүгереүҙә лә ситтә ҡалманы, сығып ҡурайҙа, гармунда уйнағандарын хәтерләйем. Уларҙа был мәлдә түрәлектең әҫәре лә булмағандыр, күрәһең, халыҡ менән бергә эшләй ҙә, күңел аса ла белгәндәрҙер.
Быларҙы нимәгә ялғау өсөн хәтерләнем?
Бөгөнгө һабантуйҙар халыҡ йыйынынан, түрәләр байрамына әйләнде. Бөтөн әҙерлек нисәлер сәғәттә бер төркөмдөң килеп китеүенә бағышлана. Тирмәләр ҡороп, күргәҙмәләр теҙеп, усаҡ-ҡаҙан аҫып, күргәҙмә ҡарап китер хужалар өсөн мажара ҡороп ҡаңғыра хәҙер барыһы ла. Мәктәптәр, мәҙәниәт үҙәктәре, балалар баҡсалары, шәхси эшҡыуарҙар, ауыл биләмәләре. Уларға байрам да, күңел асыу ҙа юҡ. Хужалар килеп күҙ һалып үтеүе була, был ҡоролмалар йәһәт-йәһәт йыйыла башлай.
Түрәләр килеп тирмәләргә инеп китәләр ҙә, ашап-эсеп кенә ултыралар, халыҡ араһында уларҙы (ҡотлауҙан тыш) күреп тә булмай. Шул төркөм туйҙырып оҙатылғас иһә байрамдың төҫө лә үҙгәрә, мәжбүр итеп алып килеп ҡуйылған күргәҙмәләр һәм башҡалар ҙа юҡҡа сыға. Хатта уйындар ҙа өҙөлөп ҡала, артистар китә, музыка һүнә.
Бөтөн был күңелһеҙ күренештәр бер бөгөн генә күҙәтелмәй һәм бер бөгөн генә туҡтатылмаҫ та. Халыҡтың бер күңел асыу сараһын да түрәләрҙең үҙ мәнфәғәттәрендә ҡулланыуы хаттин ашыуҙыр. Ҡунаҡ булышыу, әлбиттә, ғәйеп түгел, тик халыҡ араһында булһындар, байрамды тирмәлә ашап-эсеүгә генә ҡормаһындар ине. Был да үҙенә күрә бер мәҙәниәт, интелектуаль кимәл бит, кем әйтмешләй, һәр кемгә лә бирелмәйҙер, күрәһең...
Читайте нас: