Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2020, 13:00

КҮҘӘМБӘТ ГӨРЛӘП ТОРАСАҠ!

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә 09.30 сәғәттә Иҫке Собханғол мәктәбе алдындағы майҙанда тантаналы митинг үтә. Унда Тыуған ил өсөн башын һалғандар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалыу, сығыштар буласаҡ.

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә 09.30 сәғәттә Иҫке Собханғол мәктәбе алдындағы майҙанда тантаналы митинг үтә. Унда Тыуған ил өсөн башын һалғандар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалыу, сығыштар буласаҡ.
Ҡышҡы ат ярыштары
11.00 сәғәттә Күҙәмбәт яланында традицион ҡышҡы ат ярыштары башлана.
Ярыштар бер нисә этапта үтә:
1-се заезд – башҡорт тоҡомло аттарҙа һыбайлылар ярышы (ул “Терра Башҡортостан” бәйгеһенә һайлап алыу рәүешендә үткәрелә). Дистанция - 2400 км (2 әйләнеш);
2-се заезд – саналы аттар ярышы – Ватан һаҡсылары көнөнә арнала. Дистанция – 7 саҡырым (7әйләнеш). Дистанцияны ваҡытҡа ирекле стилдә үтәләр;
3-сө заезд - саналы юртаҡтар (рысактар) ярышы. Ул Бөйөк Ватан һуғышындағы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлана. Дистанция – 6 саҡырым (6 әйләнеш). Дистанцияны юртып үтергә тейештәр. Сапҡан өсөн штраф ваҡыты өҫтәлә;
4-се заезд – саналы аттарҙа ябыҡ ярыш - “Бәйге”. Төп приз Бөрйән районы хужалыҡтары араһында уйнатыла. Дистанция – 10 саҡырым (10 әйләнеш). Дистанцияны ваҡытҡа ирекле стилдә үтәләр. Команда зачетында ярыштарға нигеҙ һалыусы Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитовтың күсмә кубогы уйнатыла.
Быйыл республикала үтәсәк Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә “Ағинәйҙәр” клубы саналы аттарҙың һәм һыбай йөрөү өсөн тәғәйенләнгән аттарҙың биҙәлешенә конкурс ойоштора. Биҙәлештәге һәм кейемдәге миллилеккә өҫтөнлөк бирелә.
Йылҡысылар конкурсы ла үтә. Шулай уҡ иң өлкән һәм иң йәш ҡатнашыусы ла билдәләнә.
Байрам ваҡытында саналы аттарҙа һәм пониҙа йөрөтөү кеүек ял итеү саралары ла ҡаралған. Бынан тыш, иҫтәлекле сувенирҙар һатыласаҡ.
Ат сабыштары ваҡытында балалар һәм өлкәндәр өсөн уйын-аттракциондар:
-“Мунсасы”;
-“Ат ярышы”;
-“Саналы аттар ярышы”;
-“Саңғысылар”;
-“Арҡан тартыу”;
-“Суҡмар ташлау”;
-“Ҡарҙа туп менән хоккей”;
-“Әйбер аулаусы салбарҙар”;
-“Оҙонсәс”.
Шулай уҡ тюбингта шыуырға ла мөмкин буласаҡ.
Ҡыҫҡаһы, ҡышҡы ат ярыштары бик күңелле булмаҡсы. Ярыш сәме менән янып, уйнап-көлөп, күңел асып, ял итеп ҡайтҡығыҙ килһә, 23 февраль көнө барығыҙ ҙа Күҙәмбәткә ашығығыҙ, дуҫтар!
Читайте нас в