Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2020, 14:00

ИШЕҮ, ТАТАРҘЫҢ УРЫНЫН ҠЫРЫП ЙЫУ, ТИГӘН БУЛАЛАР...

Татар милләтле дуҫтарыбыҙ үҙҙәренә ауыр ҡабул итмәһен, халҡыбыҙҙа, уйынлы-ысынлыраҡтыр, бәлки, “Татарҙың ултырған урынын ҡырып йыу”, тигән әйтем йөрөй. Ә бына Байғаҙыла, киреһенсә, татар башҡорттоң урынын ҡырып йыуған.

Татар милләтле дуҫтарыбыҙ үҙҙәренә ауыр ҡабул итмәһен, халҡыбыҙҙа, уйынлы-ысынлыраҡтыр, бәлки, “Татарҙың ултырған урынын ҡырып йыу”, тигән әйтем йөрөй. Ә бына Байғаҙыла, киреһенсә, татар башҡорттоң урынын ҡырып йыуған.
Ауылға һыуытҡыс ремонтлаусылар барып төшә һәм кем мөрәжәғәт итә, шуның һыуытҡысын ремонтлап йөрөйҙәр. Сират апайым менән еҙнәмдәргә килеп еткәндә кис мәле була инде. Теге оҫталар ҡунырға урын белешә башлайҙар. Киң күңелле еҙнәм мосафирҙарға әсәйемдең өйөнөң сит яғында ҡунып сығырға тәҡдим итә. Әсәйем байтаҡтан икенсе ауылда йәшәгән кинйә ҡыҙында булғас, өйө барыбер буш тора. Ә еҙнәм менән апайымдар өйҙәрен беҙҙең атай нигеҙенә – әсәй менән бер ихатаға ҡорҙолар.
Әсәйемдең өйө алты мөйөшлө: ситке яғы һәм төпкө яғы бар. Уртала ишек. Еҙнәй ике тахта, бер диван булған төп яҡты бикләп ҡуя ла, сит яҡта ғына йоҡларға рөхсәт бирә. Ә унда бер кешелек кенә тахта тора.
Иртәнсәк апайым барып инһә, былар ап-аҡ ҡына баҡырса ҡайнатып сәй эсеп ултыралар, ти. Һүрәте әсәйемдең оҙаҡ йылдар тотоноуҙан, өҙлөкһөҙ мейес плитәһендә ултырыуҙан инде ҡарая төшкән баҡырсаһыныҡына оҡшаған булғас, апайым, аптырап, был сәйнүктең ҡайҙан хасил булыуы хаҡында һораша.
Баҡтиһәң, урын бер кешелек кенә булғас, ирҙәр алмашлап йоҡлағандар икән. Бер сосорағы төндә нимә эшләргә белмәй, иптәшенең рәхәтләнеп етенсе төшөн күрә-күрә йоҡо һимерткәнен ҡарап ултыра торғас (телевизор төп яҡта, ауылда кеҫә телефоны тотмай), әсәйем күптән ҡырҙа булыу сәбәпле, бер аҙ саң баҫып киткән һауыт-һабаһын йыуырға керешеп киткән икән. Теге баҡырса ла шул “яуға” эләккән.
-Мин өйҙә лә шулайтып һауыт-һаба йышырға яратам ул. Шуға микән, бисәләр тормай ул миндә, ҡайта ла китәләр, - тип көлә, тей, теге уңған татар, етмәһә.
Татарҙың ултырған ултырғысын апайым аҙаҡ ҡырып йыуғанмылыр-юҡмылыр, иллә мәгәр татар шулайтып әсәйемдең донъяһын ҡырып-йыуып ҡайтып киткән. Ишеү, татарҙың урынын ҡырып йыу, тигән булалар.
Читайте нас: