Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2020, 20:00

8 ЙӘКИ УНАН КҮБЕРӘК БАЛАЛАРЫ БУЛҒАН КҮП БАЛАЛЫ ҒАИЛӘЛӘРГӘ БЕР ТАПҠЫР БИРЕЛӘ ТОРҒАН АҠСАЛАТА ТҮЛӘҮ

Был бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә Башҡортостан Республикаһында 3 йылдан да кәм йәшәмәгән, 23 йәшкә тиклемге 8 йәки унан күберәк балалары булған (шул иҫәптән уллыҡҡа, опека һәм попечителлеккә ҡабул ителгән балалар тәрбиәләгән) ғаиләләр хоҡуҡлы. Элекке шарт – 18 йәшкә тиклемге 8 йәки унан күберәк бала ине.

Был бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә Башҡортостан Республикаһында 3 йылдан да кәм йәшәмәгән, 23 йәшкә тиклемге 8 йәки унан күберәк балалары булған (шул иҫәптән уллыҡҡа, опека һәм попечителлеккә ҡабул ителгән балалар тәрбиәләгән) ғаиләләр хоҡуҡлы. Элекке шарт – 18 йәшкә тиклемге 8 йәки унан күберәк бала ине.
Был бер тапҡыр бирелә торған түләүгә элек “Газель” тибындағы микроавтобусты йәки ошо түләүҙе алмаған 23 йәшкә тиклемге 8 йәки унан күберәк балалары булған ғаиләләр дәғүә итә ала.
Түләү күләме 600 мең һум. Был - балалы ғаиләләр файҙаһына ҙур ғына үҙгәрештәр индергән 2020 йылдың тағы бер ҡыуаныслы яңылығы. Ул турала ҡарар БР Хөкүмәте тарафынан 2019 йылдың 30 декабрендә ҡабул ителде.
Ғаиләләр был түләүҙе балаларҙың уҡыуына йәки эшләүенә ҡарамай алыу хоҡуғына эйә. Был күп балалы ғаиләләр өсөн яҡшы ярҙам булыр тип көтөлә. Сөнки, элекке шарттар буйынса, ғаиләлә һигеҙенсе бала тыуыуға өлкәндәре инде бәлиғ булыу йәшенә етеп, ҡағиҙә булараҡ, урта белем биреү ойошмаһын тамамлағас, ата-әсә ҡарамағында килеш артабан уҡыуҙарын дауам итһәләр ҙә, ундай ғаиләләр был ярҙамды алыу хоҡуғынан мәхрүм ине.
Составында опекаға (попечителлеккә) алынған, ҡабул ителгән балалар булған күп балалы ғаиләләр был балалар ғаиләлә 3 йылдан да кәм йәшәмәгән осраҡта ғына бындай бер тапҡыр түләүгә хоҡуҡлы була ала.
600 мең һумды юллау өсөн түбәндәге документтар кәрәк:
- ғаилә ағзаларының билдәләнгән тәртиптә үҙҙәренең шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеүгә ризалығы тураһында ғаризалары;
- ғариза биреүсенең шәхесен билдәләүсе паспорт йәки башҡа берәй документ;
-бәлиғ булмаған балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтары, шулай уҡ 14 йәштән өлкән балаларҙың паспорттары;
- баланы уллыҡҡа алыу, йәки опекаға (попечителлеккә), йәки ғаиләгә ҡабул итеү фактын раҫлаусы документтар;
- ғариза биреүсе менән бергә йәшәүселәр тураһында документтар (мәғлүмәттәр).
Бер тапҡыр бирелә торған түләүгә ҡағылышлы һорауҙар менән үҙегеҙ йәшәгән урындағы күп функциялы үҙәккә (МФЦ) мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8(34792)3-06-23, 3-43-78.
Читайте нас: