Пенсия йәше, ғүмер оҙонлоғо, кешенең пенсияға сығыу йәшен “ҡартайтыу”ҙы , меңәрләгән кеше кеүек, был ағай ҙа өнәмәй булып сыҡты.
“ Кеше бит ғүмер буйы ҡасандыр ошо пенсияһын ашайым, тип эшләгән. Бәғзе берәү хатта тәүге пенсияһын да ҡулына алмай үлеп китә. Был – төптө ғәҙелһеҙлек, хөкүмәт ул аласаҡ пенсияны уның тура вариҫтарына түләһә, бик һәйбәт булыр ине. Ысынында ла шулай булырға тейеш – ошо пенсияһы өсөн күпме йылдарын, ваҡытын, йәшлек энергияһын һалған кеше... Һәм бер нәмәһеҙ үл дә кит, балаларыңды, ғаиләңде аҡсаһыҙ, таянысһыҙ, өмөтһөҙ итеп...Ошо һорауҙы хөкүмәт кимәлендә күтәрер кешеләр кәрәк, халыҡ аһын өҫтә закон сығарыусылар ишетһен”, -тине.
Был ағай сығып киткәс тә ошо темаға күп баш ваттым. Уның һүҙҙәренең раҫлығына тегенән-бынан дәлилдәр эҙләнем. Хәйер, дәлил эҙләп алыҫ китәһе түгел: атайым , мәҫәлән, 57 йәшендә мәрхүм булды, Самат ағайым – теүәл 60 йәштә. Ике ай пенсияһын алып өлгөрҙө, өсөнсөһө килгәндә ул инде был донъя кешеһе түгел ине – мәкерле сир дөрөп алған ине... Ураҙа мәлендә отпускы алып, уны ҡарашырға барҙым. “ Эх, барыбер пенсияны бер 10 йыл булһа ла ашай алмауым эсте бошора... Пенсиям килһә, анау балаларға (ейәндәрен әйтә) туңдырма, тәмлекәстәр алып таратыр, яратҡан уйынсыҡтарын алып бирер инем...”-тине ул, бер һөйләшкәндә уфтанып. Уға ни тип яуап бирергә лә белмәнем...
Был – беҙҙең 11 кешелек ғаиләнән ике кешенең пенсия ашай алмауы хаҡында. Ә ауылды, үҙебеҙҙең урамды барлаһаң... Пенсия йәшенә лә етмәй үлгән Вәлит, Хөснә инәйҙең ике балаһы(Ирек ағай менән Зәкиә апай), Алһыу еңгәй, Гөлдәр еңгәй, Рәүф ағай, Тәлғәт мәрхүм, Мәйсәрә апай, Мөхәмәт еҙнә( Гәүһәр апайҙың ире), Риф ағай, Фаил, Байрас, Иршат ҡустылар, Таһир ағай менән Венера еңгә – былары минең иҫкә төшкән ут күршеләр, беҙҙән бер-ике өй аша йәшәгән кешеләр генә... Ә тотош ауылды алһаң, ир-ат бармаҡ менән һанарлыҡ. Ауылда иң оло ир-аттар хәҙер Әхәт ҡоҙа , Юлай ағай, Султан еҙнәләр. Уларының иң олоһона 70 тулды микән-юҡмылыр. 80 –гә еткән ир-ат юҡ, әлеге көндә. Ауылдың иң оҙаҡ йәшүсе кешеһе 95 йәше тулып уҙған һуғыш ветаранының ҡатыны Нәғимә инәй ҙә, 89 йәшлек әсәйем.
Дингә мөрәжәғәт итһәң, пәйғәмбәр саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: “ Минең өммәтемдең ғүмер оҙонлоғо 60-тан 70-кәсә, һәм бик аҙҙар ошонан артыҡ йәшәр”, -тигән. (Байхаҡи, 6759). Бохариҙан хәҙис: “ Һеҙ (мосолмандар) был ерҙә шундай ваҡытҡаса торасаҡһығыҙ – эңерҙән ҡояш байығанса, шул уҡ ваҡытта йәһүдтәр иртәнән төшкә тиклем, христиандар – төштән эңергәсә”. Бынан күренеүенсә, иң ҡыҫҡа йәшәү оҙонлоғо – мосолмандарҙыҡы, сөнки эңер мәленән ҡояш байыу арауығы – сағыштырмаса бик ҡыҫҡа ваҡыт.
Тарихтан белеүебеҙсә, элекке халыҡтарға Аллаһ оҙон ғүмер биргән. Мәҫәлән, 29-сы сүрә “Ғәнкәбүт”тә (“Үрмәксе”) 14-се аятта әйтелә:” “Хаҡтыр, беҙ Нухты үҙ халҡына пәйғәмбәр итеп күндерҙек. Ул үҙ халҡы араһында 950 йыл йәшәне. Уның халҡы барыбер иман килтермәне (боҙоҡлоҡ һәм гонаһҡа батып бөттөләр) һәм уларҙы Туфан һыуы йотто”. Ошо аяттан күренеүенсә, Нух пәйғәмбәр дәғүәтте, йәғни халыҡты иманға өндәү эшен генә 950 йыл алып барғас, ул ваҡыттағы кешеләр меңәр йыллап йәшәгән , тигәнгә дәлил. Боронғо әкиәттәрҙән дә беләбеҙ ҡарағай буйы оҙонлоғондағы алпамышалар йәшәүен. Хәҙистә лә быға дәлил бар: “ Аллаһ әҙәм ғәләйһис-сәлләмде 60 терһәк оҙонлоғонда итеп яралтты” (Бохари, 1163/3326). Ир кешенең терһәк оҙонлоғонан самалаһаҡ, 35-40 метр оҙонлоғонда булған тәү кешеләр һәм оҙаҡ йәшәгән.
Быларҙы ниәмгә яҙам һуң? Беҙ Ҡөрьәндә яҙылған Аллаһ хөкөмдәренә ҡаршы килә алмайбыҙ, Аллаһы Тәғәләнән һәм уның һөйөклө пәйғәмбәренән , күпме генә уҡыһаҡ та, докторлыҡ диссертациялары яҡлаһаҡ та, аҡыллы һәм күберәк белеүсе була алмайбыҙ. Был – хәҡиҡәт.
Баяғы ағайҙың әйткәндәренә, пенсия йәшенең оҙонайтылыуына әйләнеп ҡайтһаҡ, шуны ғына әйтке килә: шунда , юғарыла закон сығарғандар , ошоларҙы ла иҫәпкә алһа ине. Йәмғиәттә йәшәп, йәмғиәттән азат булып булмаған кеүек, Аллаһ яралтмыштарының Уның ҡанундарынан тыш йәшәүе –мөмкин түгел...