Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2020, 16:00

Бар эшкә лә оҫта ул

Районыбыҙҙа тырыш һәм оҫта ҡуллы кешеләр бик күп. Кейекбай ауылында йәшәүсе Самат Ҡунаҡбаев улар рәтендә. Балта эше булһынмы, мейес сығарыумы, техника йүнәтеүме, электрик ярҙамы кәрәкме - барыһы ла ҡулынан килә.

Районыбыҙҙа тырыш һәм оҫта ҡуллы кешеләр бик күп. Кейекбай ауылында йәшәүсе Самат Ҡунаҡбаев улар рәтендә. Балта эше булһынмы, мейес сығарыумы, техника йүнәтеүме, электрик ярҙамы кәрәкме - барыһы ла ҡулынан килә.
Нижневартовск ҡалаһын-да “Энергонефть №1” ойошмаһында 5 йыл ГТТ, ГАЗ-71 «Тягач» маркалы тракторҙарҙа водитель, 7 йыл Әбйәлилдә «Сельхозхимия»ла трактор бригадаһында бригадир вазифаһында, 10 йыл «Сургутнефтегаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләп ҡайтырға тура килә уға.
2010 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһын тамамлай һәм ике йыл Кейекбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.
Һуңынан ул Уренгой ҡалаһында “Стройгазконсалтинг” яуаплылығы сикләнгән йәмәғәт ойошмаһы холдингының “Север” етештереү төркөмөнә ҡараған “Ямалмеханизация” предприятиеһына эшкә урынлаша һәм эш урынынан Мәскәү ҡалаһына ебәрелә. 3 йыл асфальт катогы водителе булып эшләгәндән һуң кире тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша Самат ағай. Ул һайлау комиссияһы ағзаһы ла булып тора.
Бөгөнгө көндә ауылдаштарына тәҙрә рамдары, ишектәр, яҡтауҙар, дадандар эшләй, уларҙы ҡуйып та бирә, мейесен дә сығара. Кәртә эсендәге гаражын бер үк ваҡытта оҫтахана итеп тә ҡуллана. Унда кәрәкле станоктарын урынлаштырған
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 31 ғинуар һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: