Бөгөн район мәҙәниәт һарайында яҡташыбыҙ Сөмбөл Моратованың шәхси концерты үтәсәк.
Иҫке Монасип ауылы ҡыҙы, “Ирәндек моңдары”, “Оҙон көй”, “Уралым”, “Башҡорт йыры” конкурстары еңеүсеһе, Сибай концерт-театр берекмәһе артисы, танылған йырсы Сөмбөл Моратова редакциябыҙға ҡунаҡҡа килде.
- Сөмбөл, иң тәүҙә Бөрйәндә үтәсәк концертығыҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
- Бөрйәндә үтәсәк тәүге шәхси концертым «Быуындарҙы бәйләр моң» тигән форматта үтәсәк. Концертта данлыҡлы ҡурайсы, йыраусы, музыкант Дәүләтбай Рәхмәтуллин, Сибай филармонияһы йырсылары, бейеү ансамбле, ҡурайсы Айнур Әминев, йырсы Фаил Йортбәков - йәмғеһе 15 кеше ҡатнашасаҡ.
Был концертымда мин 15 йыллыҡ ижадыма байҡау, йомғаҡ яһайым, шул рәттән юбилей концерты ла ул.
Сценарий авторы - Яңы Усман ауылы ҡыҙы, “Киске Өфө” гәзите хәбәрсеһе, шағирә, прозаик Миләүшә Ҡаһарманова. Билет хаҡы - 250 һум. Йәйгелеккә, бәлки, ауылдар буйлап та сығырбыҙ.
- Һеҙҙе халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы итеп беләбеҙ.
- Мин халыҡ йырҙарын тыңлап үҫтем. Ҡунаҡта йә концерттарҙа халыҡ йырҙары өҫтөнлөк итте, бәлки, шул күңелемә һеңеп ҡалғандыр.
Төпкөл ауылдарҙа халыҡ йырҙарын онотмай, уларҙы моңло башҡарған таланттар бар ул, булыр ҙа, әммә ундайҙар йә юғалып ҡала, йә бәйге-конкурстарҙа ҡатнашмайҙар, йә йөрөтөүсе кешеһе юҡ. Сәнғәт кешеләре тәбиғәте менән оялсан, баҙнатһыҙ була бит ул. Ундайҙарҙы ваҡытында үҫтереү кәрәк.
- Сөмбөл, һеҙ 15 йыл профессиональ сәхнәлә. Тормошҡа, сәнғәткә ошо йылдар эсендә ҡарашығыҙ үҙгәрҙеме?
- 15 йыл ҙур уҡ булмаһа ла, ярайһы ғына ғүмер. Әлбиттә, айырма бар. Замана арбаһынан төшөп ҡалмаҫҡа тырышаһың инде. Хәҙер йырҙар ҙа, китаптар ҙа интернетта туп-тулы, теләгәнен уҡый, тыңлай алаһың. Әммә йырсы һөнәренә тоғро ҡалырға, эшен 100 процентҡа үтәргә тейеш, шунда ғына уңыш килә.
Эш барышында тәжрибә туплана, аҡыл кимәле үҫә, кеше үҙе лә шәхес булараҡ үҫешә. Тышҡы мөхит, эргә-тирәләге кешеләр ҙә уға булышлыҡ итә. Кеше бер төрлө генә булһа, туҡтап ҡаласаҡ.
Элек мин оялсан инем. Баҙнатһыҙлығым тәрбиә менән дә бәйлелер, кешенең үҙенән дә тора. Аллаһы Тәғәлә һине нисек яралтҡан, һиңә ниндәй фиғел, йөҙ-ҡиәфәт биргән, тимәк, һин шулай буласаҡһың. Әммә үҙеңде тәрбиәләү, үҫтереү өҫтөндә лә эшләргә кәрәк.
- Сибай концерт-театр берекмәһенең матур ғаилә пары булараҡ, ғаиләгеҙ тураһында һөйләп китһәгеҙ ине.
- Тормош иптәшем Ғәйсәр менән Сибай филармонияһына эшкә килгәндә таныштыҡ. Ғаилә ҡороуыбыҙға 14 йыл. Кәрим исемле ул үҫтерәбеҙ.
Иптәшем - республикала танылған тауыш режиссерҙарының береһе. Уны хөкүмәт кимәлендә үткән концерттарға ла саҡыралар. Үҙ эшенең оҫтаһы, тип әйтәләр уның хаҡында.
Улыбыҙға яҡшы тәрбиә бирергә тырышабыҙ. Йыш тыйып тороуҙар баланың үҫешенә ҡамасаулай, бала сикле булып үҫә, шәхес булараҡ үҫешә алмай, үҙбаһаһы төшә. Шәхес булараҡ уның бит һүҙе, фекере булырға тейеш. Өйҙә булғанда мин улыма көсө етерҙәй эштәр ҡушам.
- Ижад кешеһенең буш ваҡыттары була микән?
- Буш ваҡыттарыбыҙҙы өйҙә рәхәтләнеп күңелебеҙгә ятҡан эштәр менән шөғөлләнеп үткәрәбеҙ. Сөнки гастролдәрҙә күп йөрөргә тура килә, арыта. Улыбыҙ Кәрим һүрәт төшөрөүгә әүәҫ. Мин китаптар уҡырға яратам, гәзит-журналдар алдырам. Телевизор ҡарамайбыҙ.
- Үҙегеҙ ниндәй йырҙар тыңларға яратаһығыҙ? Йырҙар яҙаһығыҙмы?
- Күңелемә оҡшаған бар йырҙарҙы ла тыңлайым. Йыр ижад иткәнем юҡ, әммә шиғырҙар яҙам. Бер нисә йырымдың һүҙҙәрен үҙем яҙғанмын, концертымда ул йырҙар буласаҡ.
- Бәләкәй Сөмбөл кем булырға хыяллана ине?
-Бала саҡтан да, әле лә мин хыялымда - бейеүсе. Матур бейей торғайным, әммә шулай килеп сыҡты - йырлай башланым. Концертымда, бәлки, бейеп тә алырмын.
-Йырсы һөнәренән башҡа шөғөлдәрегеҙ бармы?
- Мин үҙемде йырсы тип кенә әйтмәйем, сөнки мин уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә. Мәҫәлән, беҙ балалар алдында сығыш яһайбыҙ, беҙ уларҙы тәрбиәләйбеҙ. М. Кәрим шиғырына яҙылған йыр йырлайым икән, тимәк, мин бер яҡтан уҡытыусы ла. Әкиәттәр ҡуябыҙ икән, тимәк, тәрбиәүи эш алып барабыҙ.
Шулай уҡ мин филолог һөнәренә уҡып йөрөйөм. Уҡырға теләгем ҙур булды, ләкин һаман кисектерә килдем. Радио, телевидениеға ла эшкә саҡырып торалар, бәлки, кәрәге тейер.
- Бөрйән һеҙҙең өсөн нимә?
- Тыуған яҡ ҡәҙерле инде, кейәүгә сыҡҡан ер ҙә миңә тыуған яҡ кеүек. Тыуған яҡ барыбер тартасаҡ, унда минең эҙҙәрем ҡалған, бала сағым шунда үткән. Концертымдың да бер өлөшө Бөрйәнгә бағышлана.
- Матур әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ижади үрҙәр, башҡорт йырындай оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, рәхмәтле тамашасылар теләйбеҙ.