Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2020, 16:00

БАЛАЛЫ ЙОРТ - ЭСЕ ҠОТ

Балалы кеше – бай кеше, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Әтек уҙаманы Райман Рамаҙан улы менән биш бала әсәһе Альбина Борис ҡыҙы Ғәҙәмшиндарҙың төп байлығы, иң оло ҡыуанысы һәм булған өмөтө - балалары.

Балалы кеше – бай кеше, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Әтек уҙаманы Райман Рамаҙан улы менән биш бала әсәһе Альбина Борис ҡыҙы Ғәҙәмшиндарҙың төп байлығы, иң оло ҡыуанысы һәм булған өмөтө - балалары.
Бала бәләкәйҙә – беләккә көс, ҙурайғас - йөрәккә көс, тиһәләр ҙә, уңған атай менән әсәйҙән күреп үҫкән балалар ҡартайған көндәрендә ата-әсәһенә бар яҡтан терәк кенә булһын да, һәр кемебеҙгә балаларының игелеген-изгелеген генә күреп ултырырға яҙһын.
Әтектәр матур йәшәй, барыбер: ҡайһы хужалыҡҡа инһәң дә – хан һарайындай йорт-ҡура, донъя көтөр техника, тырыш, донъя эшенә йәбешеп ятҡан хужалар ҡаршылай.
Ғәҙәмшиндар ҙа тау башындағы былай ҙа ҙур йорттарына ике яҡлап төкәтмә төкәткән – 11х11,5 ҙурлыҡтағы йорт биш балалы ғаиләгә таман ғына булмаҡсы.
Ҡорт, мал үрсетеп йәшәүҙе маҡсаты итеп алған Райман әле кәртә тирәһендәге эштән бушай алмай. Шөкөр, уландары ла ҡул араһына инеп килә. Рушандары Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡтағы филиалында икенсе курста уҡый. Хәҙерге заман балаларына хилеүәттең аръяғы – улдары фатирҙан фатирға күсеп йонсомаһын, тыныс һәм уңайлы шарттарҙа уҡыһын, тип атай менән әсәй Баймаҡтан бер бүлмәле фатир ҙа алып биргән. Әйҙә, уҡы ла һөнәргә эйә бул!
Материалдың тулы вариантын "ТАҢ" гәзитенең 31 ғинуар һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: