Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2020, 11:00

«ҺӨТ КУХНЯҺЫ» - ҺЕҘҘЕҢ ӨСӨН!

2020 йылдың 1 ғинуарынан аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡараусы йөклө һәм бала имеҙеүсе ҡатындарҙы махсуслаштырылған туҡланыу, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡараған ғаиләләрҙәге 3 йәшкә тиклемге балаларҙы балалар аҙығы: яраҡлаштырылған ҡоро ҡатнашма, ҡоро бутҡа, махсуслаштырылған һөт продукттары менән бушлай тәьмин итеү “Һөт кухняһы”аша башҡарыла-саҡ.

Юғарыла күрһәтелгән категорияларға ҡараған граждандарҙы бушлай туҡланыу менән тәьмин итеү түбәндәге документтарҙы тапшырған осраҡта килешеү нигеҙендә башҡарыла.
Йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн:
1. Табип акушер-гинекологтан ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөк осоронда күҙәтелеүен раҫлаусы (3 айҙан да һуңға ҡалмаған) белешмә;
2. Паспорттың төп нөсхәһе һәм күсермәһе;
3. Башҡортостан Республикаһында йәшәгән урының буйынса теркәлеүҙе раҫлаған документ (10 көндән дә һуңға ҡалмаған осор эсендә);
4. Халыҡты социаль яҡлау Республика үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалынан йөклө ҡатындың аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индерелеүен раҫлаған белешмә;
5. Законлы вәкилдең шәхесен һәм вәкәләттәрен раҫлаусы документ (әгәр документ законлы вәкил тарафынан тапшырылһа);
6. Махсус аҙыҡ-түлек алыу өсөн ғариза (билдәләнгән форма).
Бала имеҙеүсе әсә өсөн:
1. Табип-педиатрҙан (фельдшерҙан) баланы күкрәк һөтө менән йәки ҡатнаш имеҙеүҙе раҫлаған белешмә (3 айҙан да һуңға ҡалмаған осорҙа);
2. Паспорттың төп нөсхәһе һәм күсермәһе;
3. Ғариза яҙыусының Башҡортостан Республика-һында йәшәгән урыны буйынса теркәлеүен раҫлаған документ (10 көндән дә һуңға ҡалмаған осор эсендә);
4. Халыҡты социаль яҡлау Республика үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалынан бала имеҙеүсе әсәнең ғаиләһенең аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индерелеүен раҫлаған белешмә;
5. Законлы вәкилдең шәхесен һәм вәкәләттәрен раҫлаусы документ (әгәр документ законлы вәкил тарафынан тапшырылһа);
6. Махсус аҙыҡ-түлек алыу өсөн ғариза (билдәләнгән форма).
3 йәшкә тиклемге балалар өсөн:
1. Участка табибы-педиатрҙан (фельдшерҙан) махсуслаштырылған туҡланыу менән тәьмин итеү өсөн медицина күрһәтмәләре булған белешмә (6 айҙан да һуңға ҡалмаған осор эсендә);
2. Баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығының төп нөсхәһе һәм күсермәһе;
3. Халыҡты социаль яҡлау Республика үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалынан 3 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләнең аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индерелеүен раҫлаған белешмә;
4. Баланың Башҡортостан Республикаһында йәшәү урыны буйынса теркәлеүен раҫлаған документ (10 көндән дә һуңға ҡалмаған осорҙа);
5. Баланың ата-әсәһенең (законлы вәкилдең) шәхесен һәм вәкәләттәрен раҫлаусы документтың төп нөсхәһе һәм күсермәһе;
6. Балалар аҙығы продукттары алыу өсөн ғариза (билдәләнгән форма).
Килешеүҙәр төҙөү өсөн адрестар һәм эш графигы, шулай уҡ документтар теҙмәһе менән www.milkrb.ru адресы буйынса «Һөт кухняһы» сайтында танышырға мөмкин.
Таратыу урыны: №56 Үҙәк район дарыуханаһы, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 79.
Читайте нас: