Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2020, 12:00

КИНОҒА БАРАЙЫҠ!

Халыҡ көтөп алған “Бөрйән” кинозалы 2019 йылдың 27 декабренән үҙ ишектәрен асты. Район халҡын иң ҡыуандырғаны - донъя кино премьераларын районда ла ҡарай алыу мөмкинлеге.

Халыҡ көтөп алған “Бөрйән” кинозалы 2019 йылдың 27 декабренән үҙ ишектәрен асты. Район халҡын иң ҡыуандырғаны - донъя кино премьераларын районда ла ҡарай алыу мөмкинлеге.
Кинозалдың репертуары прокаттағы бөтә әһәмиәтле фильмдарҙы үҙ эсенә ала. “Башҡортостан” киностудияһы репертуарҙы төҙөргә ярҙам итә, йәғни фильмдар менән тәьмин итеүсе букер тип һанала. Ул фильмдарҙы һатыусы дистрибьюторҙар менән туранан-тура аралаша. Улар араһында 20th Century Fox, Disney, Universal Pictures кеүек эре һәм донъя кино баҙарынан күпләп һатып алып, артабан Рәсәйгә һатыусы ирекле мейджерҙар ҙа бар.
- Кинозалда тамашасыларҙың уңайлылығы өсөн онлайн-касса эшләй. Көнөнә 6 сеанс үткәрелә. Әлеге ваҡытта, нигеҙҙә, балалар өсөн йәнһүрәттәр бара. Халыҡ күберәк төштән һуңғы сеанстарға йөрөй. Тамашасыларға попкорн, чипсы, һуттар һатыу ҙа планда бар, - тип белдерә клуб эштәре методикаһы белгесе Таңһылыу Балдыбаева.
Халыҡты киноға йәлеп итеү маҡсатынан «Бәйләнештә», «Инстаграм» социаль селтәрҙәрендә булдырылған төркөмдәрҙә төрлө уйындар үткәрелеп тора. Шунда уҡ кинофильмдарға реклама, фильмдар теҙмәһе һәм трейлерҙар ҡуйыла.
Йәнә күп балалы ғаиләләр өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ бар. Әгәр ҙә киноны прокатҡа биреүселәр тарафынан меморандум һалынмаһа, билет хаҡын 100 һумға һатып алырға була. Бындай ташлама менән ҡулланыу өсөн кинотеатр кассаһында балаларының исемдәре яҙылған паспорт, йәки балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарын, йәки күп балалы ғаилә танытмаһын күрһәтеү шарт.
-Һәр кесаҙна һайын кинофильм-дарҙың теҙмәһе үҙгәртелеп тора. Кинотеатр көн һайын һәм ял көндәрһеҙ эшләй.
Район халҡын кино ҡарарға саҡырабыҙ, сөнки беҙгә рейтингты тотоу кәрәк. Яңы йыл каникулдарынан алып күберәк йәнһүрәттәр күрһәтелде. Халыҡтың кино залына йөрөү статистикаһынан ҡарап, беҙгә фильмдар тәҡдим ителә. Шуға күрә халыҡ күберәк йөрөһөн ине, тигән теләктә ҡалабыҙ. Әгәр статистика төшһә, беҙгә донъя кимәлендәге кино премьераларын тәҡдим итмәүҙәре мөмкин, - ти Т. Балдыбаева.
Ололар оҙатылыуындағы 3 йәшкә тиклемге балалар, әгәр айырым урын биләп ултырмаһа, сеансҡа бушлай индерелә.
Район халҡының 8-927-962-30-28 телефоны аша шылтыратып, урындарҙы алдан биләп ҡуйыу мөмкинлеге лә бар.
Февраль айында күрһәтеләсәк премьералар:
“Гензель и Гретель”, фильм (ужас), 16+;
“Мульт в кино” йәнһүрәт, 6+;
“Тролль! История с хвостом”, йәнһүрәт, 6+;
“Соник в кино”, йәнһүрәт, 6+;
“Лед 2” драма, 16+;
“Калашников” биография-тарих, 12+
“Удивительное путешествие доктора Дулиттла” фэнтези, комедия, 3Д кино;
“Яга. Кошмар темного леса”, фильм-ужас 16+.
Читайте нас: