Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2020, 16:40

БАЙЫЙБЫҘ, БЫЛАЙ БУЛҒАС... ТИК ҠЫТАЙҘАРҒА БЫНЫ НИСЕК ЕТКЕРЕРГӘ?

У-у-у, былай булғас, беҙ, башҡорттар, һыҙырып байыуыбыҙ ихтимал икән әле. Тик, тс-с, ҡоротоғоҙ бар икәнен дә, ысын ҡорот эшләү серен дә ҡытайҙарға әйтмәй тороғоҙ, хәҙер килеп баҫырҙар.

Һуңғы көндәрҙә интернет гиҙгән бер хәбәр, башҡорт ҡорото ашаған кеше коронавирусҡа бирешмәй, тимәксе. Ышанырға була. Беҙҙең бит бөтә милли ризыҡтарыбыҙ ҙа шифалы.
Ә хәбәр ошолайыраҡ яңғырай:
“Англия һаулыҡ һаҡлау департаменты ғилми хеҙмәткәрҙәре башҡорт ҡоротоноң ҡытай коронавирусы өсөн үлемесле икәнен асыҡлаған.
Инглиздәр фәҡәт башҡорт еренең ҡылғанлы (һе, ә Бөрйәндә ҡылғанлы бесән һирәк) бесәнен ашап, таҙа һыуын эскән һыйыр һөтөнән әсетелеп яһалған экологик яҡтан таҙа башҡорт ҡоротоноң иң файҙалыһы икәнлеген асыҡлаған.
Ҡороттоң составына ингән көслө биологик актив матдәләр аксатоксин һәм энзим вирустың нейрон бәйләнешенә ҡамасаулай, ДНК һәм РНК-сылбырын өҙә, имеш.
Боронғо ысул менән ныҡлы әсегән ҡатыҡтан ҡайнатып яһалған ҡорот ҡына файҙалы икән.
Шуныһы ҡыҙыҡ әле ул – ул арала башҡорт ҡорото ҡасан Англияға барып еткән дә шул арала ҡорот менән нисек коронавирусты үлтереп ҡарағандар.
У-у-у, былай булғас, беҙ, башҡорттар, һыҙырып байыуыбыҙ ихтимал икән әле. Тик, тс-с, ҡоротоғоҙ бар икәнен дә, ысын ҡорот эшләү серен дә ҡытайҙарға әйтмәй тороғоҙ, хәҙер килеп баҫырҙар.
Интернетта йөрөгән был хәбәр ысынмылыр-бушмылыр, әммә башҡорт ҡорото хәтәр шәп нәмә ул. Мәҫәлән, мин үҙем манный бутҡаһынан башҡа аш-һыуҙы ҡоротһоҙ ашамайым да. Аш тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Миңә, тейем, коронавирус ҡурҡынысы янамай инде былай булғас. Атыу, ней, һин ҡытай халҡына оҡшағаның, тип әйтеүселәр күп булғас, ҡурҡыбыраҡ йөрөлә ине...
Читайте нас: