Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2020, 17:00

ТҮЛӘҮҘӘР ХАҠЫНДА УЙҘАР

Бер әсә, түбәндәге яңылыҡ хаҡында әйткәс: “Ҡайһы бер уҡытыусылар ул аҡсаны алыр өсөн һәләтле уҡыусылар менән генә айырым ныҡ шөғөлләнеп, уртаҡулдар иғтибарҙан ситтә ҡламаҫ микән. Бәлки, уҡытҡан тотош кластың һөҙөмтәһенә ҡарап бирергә кәрәктер ул аҡсаны. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй бит”, тип ҡуйҙы. Уйға һалды был һүҙҙәр... Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Ә һүҙ түбәндәге түләүҙәр хаҡында бара.
Башҡортостан уҡытыусыларын дәртләндереү өсөн яңы түләүҙәр уйлап тапҡандар. Уларҙың БДИ-ны йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50 мең алыуҙары мөмкин. Республика башлығы Радий Хәбировтың «Башҡортостан Республикаһы белем биреү ойошмаларының берҙәм дәүләт имтиханында максималь балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларына бер тапҡыр бирелә торған аҡса тураһында»ғы указы проектында ошо хаҡта әйтелә.
Читайте нас: