Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2020, 19:00

ЭТ МЕНӘН БЕСӘЙ ДУҪЛЫҒЫ...

Самур исемле этебеҙҙе улым Рушан 3-сө класта уҡығанда алып ҡайтҡайны, хатта күҙе саҡ - саҡ асылып бөткән ине. Эй илай әсәһен эҙләп. Апрель айы ине. Көндәр һыуыҡ, ә уға йылы - әсәй кәрәк. Быҙау торған өйгә индереп, йәшниккә ҡуйҙым.Йылы мейес эргәһенә. Һыйырҙы һауам да шешә менән һөт эсерәм.Малайҙар уның үҫкәнен көтәләр.

Самур исемле этебеҙҙе улым Рушан 3-сө класта уҡығанда алып ҡайтҡайны, хатта күҙе саҡ - саҡ асылып бөткән ине. Эй илай әсәһен эҙләп. Апрель айы ине. Көндәр һыуыҡ, ә уға йылы - әсәй кәрәк. Быҙау торған өйгә индереп, йәшниккә ҡуйҙым.Йылы мейес эргәһенә. Һыйырҙы һауам да шешә менән һөт эсерәм.Малайҙар уның үҫкәнен көтәләр.
Шулай итеп бер ай быҙау менән бергә тотоп, байтаҡ үҫтереп бирҙем. Май айында , көндәр йылынғас, тышҡа сығарып баҫтырҙым. Көнгә, малайҙарға шатланып, тыштағы тормошон,ҡойроғон болғай - болғай, башлап ебәрҙе Самур.
Йорт - ҡураны һаҡларға кәрәклекте шунда уҡ аңлап алды. Башынан һыйпау уның өсөн әбизәтелнә.Әгәр ҙә бәрәсте, быҙауҙы иркә һүҙҙәр әйтеп һыйпай башлаһаң йүгереп килеп уртаға торорҙа үҙен һыйпатыр ине. Уның алдында хатта кешегә лә иркә һүҙ әйтеп булмай торғайны. Бәйҙә ғүмерендә әҙ торҙо.Шуға ла уҫал булманы, кешегә ташланманы.
Т 25 тракторын да үҙенең дуҫы һымаҡ күрҙе.Гел эргәһендә булды.Тракторҙы тоҡандырһаң унан бәхетле йән эйәһе булмай ине. Бесән ваҡытында бесән тейәлгән арба аҫтында ла ҡалды, бирешмәне.Тракторҙан ҡалыуҙы ғәфү итмәне. 5 -6 йыл элек ҡапҡанға эләкте. Артҡы аяғы һынып, һәлберәп йөрөнө.Аяғындағы һөйәгенең һынған урынын кимереп йүнәлтеп алды. Эт булып, донъяға ҡарауыл булып йәшәүен дауам итте. Себештәрҙе ҡарап йөрөттө.Тауыҡтан алыҫ китһәләр, эргәләренә барып ятыр ине.
Ҡыҙыҡлы хәл. Ҡәйнеш беҙгә инер алдынан гел эт бармы, юҡмы икәнен ҡарап, тауыш биреп инә.Бер мәл килеп инде йылмау ҡатыш ҡурҡыу менән.
«Еңгә, минең аяҡты Самур ҡапты «, - тип. «Аяғың имен - һау ҙа баһаң! «- тейем мин.
«Ишек алдына индем, бер кем күренмәй.Әһә , мин әйтәм, теге эт юҡ бит,әй, тим үҙемә , ҡыуанып.Һикәлтә эргәһенә килеп бер аяҡ кейемемде систем (күңел тыныс ), икенсеһен систем, аяҡты инде күтәреп баҫайым тиһәм, аяҡ күтәрелмәй.Аһ - аһ ни булды был!? Бер
нәмә уратып ҡына тота бит. Әйләнеп ҡараһам Самур минең аяҡты ҡапҡан икән. Ней тешләмәй , ней ебәрмәй. Ипләп кенә «ебәр « тигәс кенә ебәрҙе « - тимәһенме.Бындай осраҡтар булып торҙо, ләкин бер ваҡытта ла тешләмәне. Үҙенең һаҡсы икәнен бер ҙә онотманы ул.
Күҙе насар күрә , ҡолағы ишетмәй башлаһа ла эт икәнен онотманы.Бесәй бәләкәй генә сағынан гел уның өҫтөндә йоҡланы.Бөгөн нимә эшләр икән бесәй?
Күңелгә ҡыйын. 18 йыл бергә йәшәгән тоғро дуҫыбыҙ бөгөн беҙҙе ташлап китте...
Читайте нас: