Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2020, 12:00

ВЕТЕРАНДАРҒА ТҮЛӘҮҘӘР АРТТЫ

2020 йылдың 1 ғинуарынан Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы буйынса филиалы тарафынан, “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында” БР Законына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, ай һайын бирелә торған түләүҙәргә ҡайтанан иҫәпләү үткәрелде.

Берҙәм аҡсалата түләүҙәр (ЕДВ) инвалидлыҡ төркөмө булмаған ветерандарға түләнә. Күләмдәре түбәндәгесә: реабилитацияланғандарға – 700 һум, тыл хеҙмәтсәндәренә – 450 һум, хеҙмәт ветерандарына – 400 һум, стаж буйынса хеҙмәт ветерандарына – 200 һум.
Гражданиндың үҙенең һайлауы буйынса түләүҙәр федераль почта бәйләнеше подразделениелары аша социаль яҡлау сараларын ташыу графигына ярашлы йәки кредит ойошмаларындағы иҫәптәргә күсереү юлы менән башҡарыла. Кредит ойошмаларындағы иҫәптәргә күсереү ай дауамында һәр айҙың 30-ына (31-енә) тиклем башҡарыла.
Читайте нас: