Ауылдарҙа ҡул эше оҫталары – энә-ырғаҡ менән күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр бәйләүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап.
Яуымбайҙан Эльмира Миндеғолованың да эшләгән эштәренең иҫәбе-һаны, үҙ ҡулдары менән тыуҙырған матурлыҡтың сиге юҡ.
Ана бит, уның күргәҙмәһендә төҫлө ептәрҙән бәйләнгән гөбөргәйел, самауыр, сынаяҡтар, теген машинкаһы, көршәктәрҙәге гөлдәр, хатта 23 февралгә ир-ат өсөн бына тигән бүләк - тәпешкә- танк та бар. Йәйғор төҫөндә балҡыған эреле-ваҡлы диван, кәнәфи ябыуҙары, ултырғыс түшәктәре, салфеткалар, мәрйендән эшләнгән селтәр-һаҡалдар, башҡа төр биҙәүес әйберҙәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ауылдаштары ғына түгел, бүләккә, байрам тантаналарына тип диван, тахта ябыуҙарын, онтораҡлап тороп эшләнгән бәйләнмә итектәрен, кардигандарын заявка буйынса бәйләтеп алыусы сит яҡ кешеләре лә бар икән – 5 балалы ғаилә бюджетындағы тишеккә ямау.
- Үҙем үҫкән ғаиләлә бер мин бәйләйем. Ошо эш шул хәтлем күңелемә яҡын – үҙенә күрә бер ижад, - ти Эльмира.
Эйе, ишемгә ҡушым булһын, тип тырыша Яуымбай оҫтабикәһе. Уның эшләгән эшен күреп ҡыуаныс хисе кисереүселәр, мәнфәғәтен күреп рәхмәт әйтеүселәр бихисап.
Кеше ҡыуандырыу - икеләтә ҡыуаныс, ти икән ырғаҡ остарына күңел йылыһын, ҡул эшенә һөйөүен ҡушып эшләүсе ханым – бында дөрөҫлөк барҙыр.