Шулай булмай һуң – 2020 йылда районда беренсе бала булып донъяға ауаз һалған сабый – әлегә йүргәк исеме Элина булған ҡыҙ бала - Кейекбайҙағы Ибраһимовтарҙа көтөп алынған бүләк. Ниңә, тиһегеҙме, сөнки уның атаһы Нияз тыуған ғаиләлә лә гел малайҙар: Нияз, Айназ, Рушан, Марс, ҡыҙсыҡтың әсәһе тыуған ғаиләлә лә әсәһенең бер бөртөк ҡустыһы ғына бар. Йыйын ир-атлы ғаиләлә, билдәле, ҡыҙ бала – ҡунаҡ һәм ҡыуаныс ҡына.
Ағаһы Тимурға арҡаланып, ата-әсәһенең, олатай-өләсәһенең солғанышында ирәйеп кенә үҫергә насип булһын әлегә исемһеҙ яҡташыбыҙға.
Старт алған йылдың 4 ғинуарында донъяға килгән ул. Бәхетле атай Ниязға тимер “ене” ҡағылған – ихата тулы техника, бер түгел ике уҡыу йортонда механиклыҡҡа уҡыуы ла файҙаға ғына. Йөк машинаһы менән кешегә утынын да ташый, оҫталыҡ эшенә лә барымы бар. Мәндәғолдан ер алып, нигеҙен бетонлап та ҡуйған. Материалдар әҙер, яҙ башынан бураны күтәреп, башын ябып, эске эштәргә тотонорға ҡалды инде, ти.
Нияз, эш аралатып, туғандарының, үҙҙәренең мебелдәрен химик таҙартыу менән шөғөлләнә, балаҫ, машиналарын йыуып бирә. Ошо тәңгәлдә тәжрибә туплап, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә лә уйы бар.
Ғәҙелгәрәй ауылы һылыуы Юлиә менән Нияз, әлегә үҙҙәренең өйҙәре төҙөлөп бөтмәү сәбәпле, ата-әсә йортонда йәшәйҙәр. Улары – үҙе бер терәк, ярҙамсы, кәңәшсе.
Эйе, Ибраһимовтарҙың ҡыҙлы-наҙлы йорто бөгөн бәпәй еҫенә, бәхет төҫөнә күмелгән – йәш тә ун айлыҡ Тимур уйынсыҡтары менән мәшғүл, ҡарын йоҡоһон йоҡлап бөтмәгән 2020 йылдың тәүге сабыйы ара-тирә үҙенең бында ханбикә икәнлеген иҫләтеп, матур һәм танһыҡ ауаздар сығарғылап ала. Тулы һәм мөхәббәтле ғаилә өсөн ошонан да артыҡ бәхеттең булыуы мөмкинме?!