Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2020, 17:20

УЙҘАН ЕТЕҘ НИ БАР?

Бөгөн бер яңылыҡ уҡып, тағы ла уйҙарға төшөп киттем. Бер бала әсәһе телефонын тартып алған өсөн үҙенә ҡул һалған, тигәндәр.Ябай ғына тик һөйләшеп кенә була торған телефон тотоп йөрөгәнемде тәүгә күргән уҡыусыларымдың күбеһе, ә һеҙҙең сенсор телефонығыҙ бармы, тип һорай. Бик артта ҡалған, бик боронғо әбей булып күренәмдер инде, тип эстән генә көлөп ҡуям.

Уҡытыусы яҙмаларынан.
Бөгөн бер яңылыҡ уҡып, тағы ла уйҙарға төшөп киттем. Бер бала әсәһе телефонын тартып алған өсөн үҙенә ҡул һалған, тигәндәр.
Ябай ғына тик һөйләшеп кенә була торған телефон тотоп йөрөгәнемде тәүгә күргән уҡыусыларымдың күбеһе, ә һеҙҙең сенсор телефонығыҙ бармы, тип һорай. Бик артта ҡалған, бик боронғо әбей булып күренәмдер инде, тип эстән генә көлөп ҡуям.
Әлеге мәлдә ул гаджеттар(мин уларҙы гел “гад же ты” тип йөрөтәм ) уҡыусыларҙың өсөнсө ҡулы кеүек тойолоп китә. Күбеһенең ҡулынан телефонын тартып алһаң, нуль булып ҡалыр кеүек. Был ысынлап та шулайҙыр ул. Берәй мәсьәлә йә һорау килеп сыҡһа, гуглить итергә әҙер торалар. Шуға ла мейеләренең , элек беҙгә психология фәнендә өйрәткәндәренсә, анализ һәм синтез һәм башҡа процестарға һәләте ҡырҡа кәмей,тип уйлайым мин. Ябай ғына һорау ҙа уларҙы тупикҡа ҡуйырға мөмкин.Һәр нәмәлә шаблон кәрәк уларға.
Әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ, балаларҙың фекерләүенә гел иғтибар итәм. Сөнки әҙәбиәт дәрестәрендә фекерләүһеҙ мөмкин түгел. Өлкән кластарға етә бара, фекерләү һәм телмәр ҡеүәһе ныҡ ярлылана. Уларға шаблон бир ҙә шул етте! Сөнки балалар уҡымайҙар! Эйе, уҡымағанлыҡтан килә был афәт!
Гәзит алдырып уҡыусылар күбеһенсә уҡытыусы йәки башҡа бюджет сфераһында эшләүселәрҙең балалары. Ә кемдәрҙең ата-әсәһен гәзиткә яҙылыуға мәжбүр итмәйҙәр - уларҙың береһенең дә тиерлек ҡулдарына тере гәзит һәм журнал тотоп уҡығандары юҡ! 400-500 һумға гәзит алдырмаһа ла, балаларының ҡулына ҡиммәтле телефон тоттороп мәктәпкә ебәрә ата-әсә. Күберәк әсәйҙәр. Балалар өсөн сыҡҡан матбуғатты белмәйҙәр ҙә белергә лә теләмәйҙәр.
Телефондың балаларға зыяны нимәләме? Ул мейе эшмәкәрлеген тотҡарлай. Эйе, тап шулай, хәтерҙәре ҡыҫҡа ваҡытлы була, күрҙе- онотто! Ә китапта уҡығанды мейе оҙаҡ ваҡыт хәтергә беркетә.
Йәш саҡта күрше Мөкәрәмә инәй беҙгә инһә, кәйефтәрҙе күтәрер өсөнмө, беҙгә декламация тип шиғыр һөйләр ине. Шулай уҡ Салауат еҙнәбеҙҙең сәхнәлә «Стихотворения Пушкина» тип сығыш яһап торғаны бар ине. Совет мәктәбен тамамлаған кешенән хәҙер күп төрлө имтихандарҙы алып ҡарар кәрәк ине, тием, улар еңел генә тапшырыр ине, сөнки база бар. Мәҫәлән, хәҙер 9-сы кластар тапшырырға тейеш йомғаҡлау әңгәмәләшеүен (итоговое собеседование була, кем аңламаған). Шул уҡ ҡабатлау таблицаһын алайыҡ. Әлеге ваҡытта күп математика уҡытыусылары 5-се класта уҡыған балаларҙың ҡабатлау таблицаһын белмәүенә зарлана. Бында ла әлеге уҡымау ғәйепле тип уйлайым.
Биороботтар әүәләү процесы барғанына иманым камил. Телефондарҙы урынлы ғына ҡулланып, китаптар уҡый башламаһаҡ, ул процесс емештәрен тиҙ үк күрербеҙ ул. Әле үк күреүебеҙ ҙә сер түгел инде. Төпкә төшөп яҙһаң, уйылып китерлек ул.
Әйткәс әйтәм инде, әлеге мәлдә яҡшылыҡ һәм яманлыҡ төшөнсәләренә лә балалар икенсерәк ҡарай. Мәңгелек ҡиммәттәргә мөнәсәбәт тә өлкән кластарҙа элеккесә түгел
.
Аҡыллыға ишара, тигәндәй, бәлки кемдер уйланыр.
Ә балалар уҡымай,тиһәк тә, уҡығанды ауыҙ асып тыңлайҙар. Бигерәк тә бәләкәй кластарҙа. Ҡайһы берҙә үҙем дә уҡыйым шуға. Тыңлайҙар.
Әсәйҙәр, ҡысҡырып китап уҡығыҙ әле балаларығыҙға. Үҙегеҙ ҙә күрерһегеҙ, ышанырһығыҙ! Бәлки, телефондар ҙа яйлап икенсе урынға күсер. Күберәк бергәләп урман-парктарға сығығыҙ, китапханаға инеп сығығыҙ. Мәшәҡәт, әммә, урыҫ әйткәнсә, “оно того стоит”.
Һөйләшегеҙ, фекер алышығыҙ! Бик күңелле булыр! Бәләкәй саҡта фекерҙәре ҡыҙыҡ була бит ул! Аҙаҡ һуң булыуы бар.
Ләлә Рафиҡова.
Читайте нас: