Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2020, 18:00

ЕРӘН АТМЫ, ЭРИНАТМЫ?

Бер ауылда була был хәл. Ринат исемле егет олораҡ ирҙәр менән бураға йөрөй. Элек, мәғлүм булыуынса, техника булмағас, ағас сығарыу, ташыу эштәре бөтәһе лә ат менән атҡарыла.

Бер ауылда була был хәл. Ринат исемле егет олораҡ ирҙәр менән бураға йөрөй. Элек, мәғлүм булыуынса, техника булмағас, ағас сығарыу, ташыу эштәре бөтәһе лә ат менән атҡарыла. Ауылдағы оло ғына ирҙең ерән аты була. Ул шуның менән ағас сығара, ташый. Боронғо йырҙарға шәп, тәбиғәттән моңло кеше була оло ағай. Ерән аты менән, кеше менән һөйләшкән кеүек, һөйләшеп, һыҙғырып йөрөп эш эшләй икән. Төшкө ашҡа, кәкерегә (шунан һуңғыһына) туҡтап бер аҙ ял иткәндә лә, тап кешегә өндәшкән кеүек: “ Әйҙә, ерән ат”, -тип һүҙ башлай икән.
Теге Ринат тигәне ағайҙың атына өндәшкәнен: “ Әйҙә, Эринат!”-тип ишетеп, тора һалып тегегә эйәрә икән. Ерән атына көн дауамында күп өндәшә оло ағай, Ринаттың кискә табан һарыуы ҡайнай башлай: “Ниңә был ағай башҡаларға өндәшмәй, гел мине әйҙүкләп, миңә генә эш ҡуша икән?” –ти. Аҙаҡ, теге ағайҙың атына һүҙ ҡушҡанын аңлап, эйәреүҙән туҡтай, үҙенең ҡылығына үҙе көлөп ебәрә.
Аҙаҡ, берәйһен эшкә ҡушҡанда: “ Әйҙә, ерән ат!”- тип көлөр булғандар, ти.
Читайте нас: