Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2020, 18:30

БЕРЕҺЕ…КҮБӘ ЭСЕНДӘ

Ҡәйнәм һөйләгәндән хәтерҙә ҡалған. Имеш, элек бер ҡарт әбейен бесәнгә ебәргән дә, үҙе кискә генә барып тегенең эшен тикшермәксе булған.

Ҡәйнәм һөйләгәндән хәтерҙә ҡалған. Имеш, элек бер ҡарт әбейен бесәнгә ебәргән дә, үҙе кискә генә барып тегенең эшен тикшермәксе булған. Бахыр әбей, бесәнде бер үҙе әйләндереп, йыйып, ахмалға төшөп йәмғеһе 13 күбә күбәләй алған.
Бабайы килгәс, үҙенең эшенә маҡтанып та алған: “Күрҙеңме, бабай, был әбейең 14 күбә күбәләне”,-ти икән.
Бабай ҙа һүҙгә генә ышанғандарҙан түгел икән, күбәләрҙе һанап сыҡҡан да: “Нимә юҡты һөйләйһең , әбей, бында бит 13 кенә күбә, 14-енсеһе ҡайҙа?”-ти икән.
Бесәнсе әбей ҙә яуапһыҙ ҡалмаған:” Атаҡ-атаҡ, ни эшләп 13 булһын, берәүһе күбәнең эсендә”, -тигән еллерәк күбәгә төртөп күрһәтеп...
Бесәндә беҙҙә күбәләр, кәбәндәр еллерәк булһа, иҫәбен арттырып әйтеп, береһе икенсеһенең эсендә, тиҙәр.
Читайте нас: