Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2020, 13:15

К НАМ ДЯДЯ ПРИЕХАЛ

Әлеге лә баяғы Фәнүзә апайыма бәйле был лаҡап. Әсәйемдәр, указлы мулла олатайҙы НКВД тройкаһы 10 йылға хөкөм итеп, ИТК-3-кә ебәргәс, совет власы өйҙәрен тартып алыу сәбәпле, йән аҫырамаҡҡа Үрге Әүжәнгә, урыҫ ауылына күсәләр.

Әлеге лә баяғы Фәнүзә апайыма бәйле был лаҡап. Әсәйемдәр, указлы мулла олатайҙы НКВД тройкаһы 10 йылға хөкөм итеп, ИТК-3-кә ебәргәс, совет власы өйҙәрен тартып алыу сәбәпле, йән аҫырамаҡҡа Үрге Әүжәнгә, урыҫ ауылына күсәләр. 1951 йылда әсәйем Мәһәҙейгә килен булып төшә. Атайҙы әрмегә алалар, 3 йылға. Солдатка булып ҡалған әсәйем,апайым тыуғас, кире Үрге Әүжәнгә өләсәйем эргәһенә ҡайтып, пилорамаға сортировщица булып эшкә инә. Нюська тигән мәрйә менән таҡталарҙы сортҡа айырып өйөп торалар.
Ул заманда, билдәле, балалар баҡсаһы тигән нәмә юҡ. Әсәйем апайымды күршеһе Елизаветаға (тетя Лиза, әсәйемдәр уны Тутлиза тип һөйләгәс, мин ошо уның исеме, тип уйлай инем) ҡалдыра. Уның 1952 йылдың аҙағында тыуған Коля исемле улы була. Апайым менән Коля икәүләп теге мәрйәне имеп үҫәләр (һөт әсәһе була инде). Теге мәрйә кәүҙәгә бик елле була, күпме ҡайтып инһәң дә, Фәнүзә менән Коля мәрйәнең елле имсәктәрен һалбыратып имеп ултырырҙар ине, тип иҫләй әсәйем. Һәптеюҡ русса һупаларға өйрәнә апайым. Балаһына өс йәш тигәндә атайым әрменән ҡайтып төшә. Атайҙың нимә икәнен белмәй урыҫ араһында үҫкән апайым урамға сығып маҡтана: “ К нам дядя приехал, он такой добрый”, -тип. Шунан лаҡап ҡала – берәй кеше килһә, к нам дядя приехал добрыймы, злоймы икән,шурт (черт) белһен, тиҙәр...
Читайте нас: