Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2020, 12:00

СРАЗЫ МУНСАҒА...

Элек эске һәм ошондай мәжлестәрҙә ҡунағыңды туңҡайтҡансы һыйлау модала булды бит. Туйҙарҙа ҡоҙаларың эсеп иҫереп ҡоламай икән, һин, тимәк, насар һыйлағанһың...

Элек эске һәм ошондай мәжлестәрҙә ҡунағыңды туңҡайтҡансы һыйлау модала булды бит. Туйҙарҙа ҡоҙаларың эсеп иҫереп ҡоламай икән, һин, тимәк, насар һыйлағанһың...
Бер ауылда була был хәл. 23 февралдә гөрләтеп тәүҙә - ҡыҙ яғында, унан егет яғында туй атҡаралар. Ауылдар араһы һәптеюҡ. Ҡайҙа ул саҡта хәҙерге еңел машиналар. Колхоздың ЗИЛ машинаһының башы эләкһә – һин шәп!
Икенсе көн кисләтеп кенә егет ауылына килеп төшәләр ҡунаҡтар. Билдәле, ҡунаҡтарҙың да, хужаларҙың да күбеһе иҫерек.
Машина бортынан тәүгеләрҙән булып килеп төшкәндәр өй көтөп ҡалып, йөҙ мәшәҡәттән арманһыҙ булып арып туй ҡаршылай сыҡҡан ҡыҙға ҡысҡыра икән: “ Сразы мунсаға!”
Нисек инде мунсаға? Мин бит мунса яҡманым, һыу ҙа ташылмаған...”-тип аҡлана ҡыҙ.
“Барыбер сразы мунсаға”,- тип ҡысҡырышалар.
Мунса дауайлауҙың сәбәбе бар икән – бер ир-ат, үтә ныҡ ҡунаҡ булыу сәбәпле, олоһон еппәргән... Мунса шуға кәрәк икән.
Туй үтә, ә лаҡап ҡала. Хәҙер, берәй ерҙән ҡунаҡ-фәләндән ҡайтып инһәләр, беҙҙә гел:” Сразы мунсаға!”-тип мәрәкәләйҙәр.
Читайте нас: