Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2020, 18:00

ПОЕХАЛИ ТЕЛӘТНИК

Беҙҙең ауылда эл-ээ-эк була был хәл. Ауылға бер төҫкә-башҡа сибәр ветврачмы-ветфельдшермы эшкә килә. Колхоздың гөрләп торған сағы.

Беҙҙең ауылда эл-ээ-эк була был хәл. Ауылға бер төҫкә-башҡа сибәр ветврачмы-ветфельдшермы эшкә килә. Колхоздың гөрләп торған сағы. Теге сибәр суҡынсыҡ мәрйәгә бер ауыл егетенең күҙе төшә бит. Тик...
Хистәрҙе белгертергә урыҫсаһы самалы. Хәҙер генә ул төпкөл ауылдарҙағы башҡорт балалары ла шатырҙатып русса һөйләшеп ултыра.
Теге ҡыҙҙың ҡылын тартып ҡарарға, осрашыуға саҡырырға уйлай был. Бөтә ҡыйыулығын йыйып, бер мәл аулағыраҡта тап итеп:» Поехали теләтник», -тей. Быҙау һарайҙары аръяғына барып, урман ҡыҙырып йөрөп киләйек, тип әйтергә уйлай, тик һүҙ запасы ҡойтораҡ булып сыға. Ғишыҡ утында янып йөрөгән егеттең был ике ауыҙ һүҙе яттар ҡолағына кем аша барып етәлер, әммә беҙҙә хәҙер кемделер аулаҡҡа алып китеп һөйләшкеләре килһә:» Поехали теләтник», -тиҙәр.
Читайте нас: