Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2020, 13:00

Э-ЭХ, БАЛЫ ЛА БАЛЫ!

Эсвит, йәғни электр уты булмаған йәки тәүлектең айырым сәғәттәрендә генә тоҡанған совет осоронда була был хәл. Ул мәлдә хәҙерге кеүек суррогат араҡы эсмәйҙәр, бөтәһе лә тиерлек бал ҡоя.

Эсвит, йәғни электр уты булмаған йәки тәүлектең айырым сәғәттәрендә генә тоҡанған совет осоронда була был хәл. Ул мәлдә хәҙерге кеүек суррогат араҡы эсмәйҙәр, бөтәһе лә тиерлек бал ҡоя.
Бер инәй бал ҡоя ла, ауылдың бер нисә эсергә яратҡан ир-атын эшкә ҡуша. Кисләтеп кенә тегеләр эштәрен тамамлап, тамаҡ ашап, бал менән һыныҡ яҙырға тип инәләр. Ут юҡ, шәм яҡтыһында урындыҡҡа йәйелгән ашъяулыҡ тирәләй сүгәләйҙәр. Инәй тегеләргә бал ҡойоп бирә. Балдың эсенә тараҡандар төшкән була. Әбей уларҙы күрмәй ҙә. Теге эшселәр: “ Уй-й, инәй, ҡалай балың тәмле, әллә әлморон һалып тороп ҡойғанһың”-, тип маҡтап-маҡтап эсәләр.
Уңайһыҙ хәлгә ҡалыуҙан ҡурҡып , әбей өндәшмәй ҙә ҡуя. Тегеләр “әлморон”дарҙы һурып-һурып, “емешенең тышы”н кире устарына төкөрөп тороп рәхәтләнеп көрөшкә артынан көрөшкәне ебәрә генә икән...
Иртән яҡтырғас, инәй фләгәһен асып ҡарай ҙа, иҫе китә - фләгә эсе тулы эстәре күпсеп ятҡан тараҡандар икән.
Әлбиттә, тегеләргә өндәшмәй, яҡындарына һуңынан ғына һөйләй. Тараҡан берәй ризыҡҡа төшһә, әлмороны тәмле бит, һурып ташла, тип мәрәкәләргә яраталар был ауылда аҙаҡ.
Читайте нас: