Бер ҡатын үгеҙен көйҙөрттөрмәк булып, ире өйҙә булмағас, йомошон еҙнәһенә әйтә. Уныһы, ветеринарҙарҙы эйәртеп, тегенең һарайына бара ла, ҡарап сығып, бер һыйыр менән бер тананан башҡа мал тапмағас, балдыҙына шылтырата:
- Балдыҙ, үгеҙең юҡ та ул.
- Нисек булмаһын, иртән генә шунда тора ине.
- Әлләсе, сығып ҡасмаһа, ней... Һинең малдарың нисәү һуң һарайҙа?
- Бер һыйыр ҙа , бер үгеҙ инде шул, һәйбәтерәк ҡарағыҙ...
Һарайҙа йәмғеһе ике баш ҡына мал барына инде хужабикә ауыҙынан раҫлама алғас, еҙнәй кеше һыны ҡатып көлә башлай, уға аптыранған ветеринарҙар ҙа ҡушыла:
Һарайына бер йыл буйы инмәгәндер был бисә...тиҙәр.
Бер йыл буйына һауып эскән һыйырының быҙауы орғасы икәнен малы инде тана булып еткәнендә лә белмәгән кешеләр ҙә бар икән шул.