Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2020, 19:00

САҠЫРҒАС-САҠЫРҒАС, БӨТӘ АУЫЛДЫ ИНДЕ!

Әлеге лә баяғы Фәнүзә апайыма бәйле ҡыҙыҡ. Был бәләкәй саҡта әсәм уға йомош ҡуша - ҡунаҡ саҡырып кил, тей...

Әлеге лә баяғы Фәнүзә апайыма бәйле ҡыҙыҡ. Был бәләкәй саҡта әсәм уға йомош ҡуша - ҡунаҡ саҡырып кил, тей... Тәғәйен кемдәрҙе саҡырырға икәнен әйтмәйме, әйтһә лә, тегеһе балалығына барып, уйынға әүрәп, онотамы - әммә бөтә ауылды саҡырып сыға! Эйе, ул саҡта Мәһәҙей әлегеләй 3-4 урам булмаған - аръяҡ та, бирьяҡ. Тик, нимә тиһәң дә, елленән бер ауыл инде.
Өй беренсә китә был, инә алмаған ҡапҡаларын аша төшә,аса алмағандарының аҫтынан ҡыҫылып инә, йә булмаһа күршеһенең ҡоймаһына үрмәләп менеп булһа ла әйтә. Тотош ике урамды саҡыра был. Бер мәл яйлап ҡына аръяҡ, бирьяҡ кешеләре ҡупшы, байрам кейемдәрен кейеп беҙгә ағыла башлай. Хәлде аңлаған әсәйем, көршәктәге генә ит етмәҫен белеп, ҡаҙан тултырып ит һала, күршеләр ҙә ҡаҙан аҫа. Барынса һыйланып, ҡунаҡ булып ҡайталар.
"Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамын 90-сы йылдарҙамы-ҡасан Әбйәлилдәме-ҡайҙа баш алған, тиҙәр. Төптө дөрөҫ түгел, 1956-1957 йылдар тирәһендә Мәһәҙейҙә башланған ул. Фәнүзә апайым саҡырған тотош ауыл ҡунағы менән, үәт!
Читайте нас: