Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2020, 18:00

БАРБИҘЫҢ ҠУЛЫ ҠАЙҘА БУЛҒАН?

Балалар йығылып ятып Барби ҡурсаҡтары менән уйнаған йылдарҙа була был хәл. Ҡыҙы Гөлнараға ҡунаҡҡа барған әсәйем ейәнсәре Наҙгөлдән башын ҡаратырға була. Башты һыҡтырып алһаң, ҡысыуы ҡана, тиҙәр бит инде ололар.

Бәләкәй генә булһа ла, зыҡытын иҙгәнсе генә һыға икән Наҙгөл. Ул һыҡҡан һайын, әсәйем, их кенә, ҡулың бәләкәй генә булһа ла, ҡалай ғына үсен ҡандырғансы һығаһың, тип ҡеүәтләп ята икән. Бер мәл туҡтаған был. “Ҡысыуы ҡанып” бөтмәгән әсәй тегегә, йә, әҙерәк һыға бир инде, баш ял итеп, ҡысыуы ҡанып ҡалды, тип инәлә башлағас, Наҙгөл: “Өләсәй, тороп тор әле, Барбиҙың бер ҡулы әллә ҡайҙа төштө лә китте”, ти икән.

Баҡтиһәң, сос ҡыҙыҡай үҙенең ҡулын ауырттырып ултырмаған, Барбиһының ҡулдарын шаҡарып алып, шуның менән һығып ултырған икән өләсәһенең башын. Үәт, аҡыл!

Хәҙер әсәйем, башым ҡысый, әҙерәк һығығыҙ әле, тей башлаһа, яуап әҙер: “Барбиҙың ҡулы әллә ҡайҙа булған!”.
Читайте нас: