Дуҫтар, һеҙ ҙууур аҡсағыҙ хасил булһа, ҡайҙа һаҡлар инегеҙ? Беләм-беләм, аҡсаһын ҡайҙа һаҡлағанын әйтергә кешенең башына тай типмәгән бит инде. Ә бына Стәрлетамаҡта йәшәүсе берәү 1 миллион аҡсаһын, беләһегеҙме, ҡайҙа һаҡлаған?
Стәрлетамаҡта йәшәүсе 45 йәшлек эшҡыуар 1 миллион һум аҡсаһын... эт ояһында һаҡлаған булған. Байлығының ҡасан юғалғанын аныҡ ҡына белмәй. Әйтеүенсә, аҡсаны 27 декабрҙән 10 ғинуарға тиклем урлауҙары ихтимал.
Был ваҡиға буйынса полиция енәйәт эше ҡуҙғатҡан.